Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Ғинуар 2020, 22:00

Көндөҙ йоҡлау файҙалымы?

Бер кемгә лә сер түгел, төшкө аштан һуң күбебеҙҙе йоҡо баҫа башлай. Әммә эш ваҡытында йоҡо тураһында уйлап булмай, нисек тә был хәлдән ҡотолоу сараһын күрәбеҙ: ҡаты сәй йә ҡәһүә эсәбеҙ. Ә инде бик тә түҙеп булмаһа, төшкө тәнәфес ваҡытында өҫтәлгә башты ҡуйып, 10-15 минут ҡына серем итеп алырға ла тура килә. Әммә бының зыяны юҡ.

Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, төштән һуң 15-20 минут ҡына серем итеп алыу эшкә һәләтлелекте күтәрә. Көндөҙ йоҡо килеүҙе физиологтар кеше организмының тәүлек биологик ритмының тирбәлеүе менән аңлата. Әгәр ҙә беҙ тәүлек әйләнәһенә тән температураһын үлсәйбеҙ икән, ике тапҡыр уның минимумға төшөүен күрәбеҙ: төндә сәғәт 3 менән 5 араһында һәм көндөҙ сәғәт 1 менән 3 араһында. Ашауға ла, төнгө йоҡоға ла ҡарамай, тап ошо арауыҡта кешене ныҡ итеп йоҡо баҫа. Француз ғалимдары, ошондай дәлилдәргә таянып, кешегә тәүлегенә ике тапҡыр йоҡлау кәрәк, тип раҫлай. Британия ғалимдары ла улар менән килешә. Көндөҙгө аштан һуң мейенең ҡайһы бер күҙәнәктәрендә тотҡарлыҡ барлыҡҡа килә һәм кешене йоҡо баҫа башлай, тип иҫәпләй улар. Субтропик һәм тропик климат илдәрендә йыл әйләнәһенә төшкө ял мәлендә серем итеп алыу индерелгән. Уны «төштән һуңғы сиеста» тип йөрөтәләр. Был һүҙ латин теленән тәржемә иткәндә алтынсы сәғәт тигәнде аңлата. Боронғо Римдә көн уртаһын шулай тип йөрөткәндәр, сөнки яңы көн таңдан иҫәпләнә башлаған, ә әлеге кеүек төн уртаһынан түгел. Римляндар көн һайын көндөҙгө сәғәт 12-нән 3-кә тиклем ял итеп, көс йыйып алыу өсөн эштә тәнәфес яһап алған. Тәүге тапҡыр «siesta» һүҙен көндөҙгө ялға ҡарата Испанияла ҡуллана башлағандар. Ул көндөң иң эҫе мәленә тура килгән.
Читайте нас: