Кемдәрҙер башлыҡ кейгәнгә сәс төптәренә кислород барып етмәй, тип ялан баш йөрөргә тырыша. Икенселәре баштарын һирәгерәк йыуырға ҡарар итә, тире майланып, сәсте ҡоролоҡтан, ә башты һыуыҡтан һаҡлай, тип уйлай. Белгестәр әйтеүенсә, бөтәһенә лә үҙебеҙ ғәйепле. Сәбәптәре нимәлә һуң? Беренсенән, өлкәндәр һәр ваҡыт башыңа кейеп йөрө, тип әйтәме? Эйе, был дөрөҫ тә. Сәс өшөһөн өсөн 5 минут 0 градустан һыуыҡта булыу ҙа етә. Был стрестан сәс ҡойола башлай. Ялан баш йөрөүселәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Уларҙың сәстәре тарағанда йәки йыуғанда көҙгө япраҡтар кеүек ҡойоласаҡ. Икенсенән, башты нисек бысраныуына, йәғни майланыуына ҡарап йыуалар. Тимәк, әгәр тирегеҙ майлы икән, көн буйына сыҡҡан бүленде ҡулланған лак һәм башҡалар менән бергә буталып, сәсегеҙҙе тотош ҡаплап аласаҡ. Шулай булғас, кәрәк икән, сәсте һәр көн йыуырға ла тура килә. Юғиһә, сәс төптәренә кислород килеү һәм баштағы ҡан әйләнеше боҙоласаҡ һәм тағы ла ҡойоласаҡ.