Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Ғинуар 2020, 17:00

Беренсе ярҙам

Һалҡын кѳндәрҙә кешенең аяҡ, ҡул бармаҡтары, ҡолаҡ остары, танауы, бите туңыуы мѳмкин.

Бындай ваҡытта кешегә тәүге ярҙамды күрһәтә белергә тейешбеҙ. Беренсенән: ѳшѳгән кешене тиҙ арала йылытыу сараһын күрергә кәрәк. Туңған урындарҙы йылы, йомшаҡ әйберҙәр менән урап, ѳшѳгән кешене тиҙ генә йылыға индерегә. Яҡынтирәлә ундай йылы урын булмаһа, усаҡ яғып булһа ла, йылытыу, ҡайнар эсемлек эсереү мотлаҡ. Йылы урынға индергәс тә, туңған аяҡ-ҡулдарҙы йылы һыуҙа йылытырға, спирт менән ыуаларға һәм кисекмәҫтән тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртырға кәрәк.
Читайте нас: