Бының ѳсѳн ПВА елеме (уртаса һауытта) һәм 72% кер һабыны кәрәк. Беренсе эш итеп, кер һабынын эре ҡырғыста ыуабыҙ. Ҙур һауытта һыу ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, газды кәметеп, елемде һәм ыуылған һабынды һалып, һабын ебеп бѳткәнсе болғатабыҙ. Суйын һауытты әлеге һыуға һалабыҙ. Шул рәүешле ике сәғәт “бешерәбеҙ”. Тейешле ваҡыт үткәс, һауытты алып, һалҡын һыуға сайҡарға һәм тимер йыуғыс менән ышҡырға кәрәк.