Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Ғинуар 2020, 13:00

Ете һаны

Ете һаны - Аллаһы һаны, ғаләмдәге һәм Ер йѳҙѳндәге байтаҡ нәмәләр ете һаны менән бәйләнгән. Мәҫәлән, Ҡѳрьән Кәримдең тәүге «Әл-Фатиха» сүрәһе ете аяттан тора.

Беҙ донъяның ете мѳғжизәһен, есемдең физик хәленең ете тѳрлѳ икәнлеген, спектрҙа ете тѳҫ, музыкала ете тауыш булыуын, күк йѳҙѳндәге Етегән йондоҙҙо, аҙнаның ете кѳндән тороуын беләбеҙ. Үҙ тәнебеҙҙе ҡарайыҡ: баш, муйын, кәүҙә, ике ҡул, ике аяҡ - барлығы етәү; башта ете «тишек»: ике күҙ, ике ҡолаҡ, танауҙа ике тишек, ауыҙ. Әҙәмдә лә, жирафта ла, сысҡанда ла муйын һѳйәге етәү. Ер шарының ҡоро ер ѳлѳшѳ: Европа, Азия, Африка, Австралия, Антарктида, Тѳньяҡ Америка һәм Арктика - етәү.
Читайте нас: