Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Ғинуар 2020, 23:00

«Уф!» тиергә ярамай

«Уф, Алла», тип әйтергә ярамай. Ундай осраҡта «иннәә лилләһи вә иннәә иләйһи ражигун», тиеп, сабыр итеү хәйерле һанала.

Әгәр ҙә кеше сабыр итеп, Аллаһтың тәҡдиренә риза булып, шѳкѳр итһә, тағы ла хәйерлерәк була. Бәлә килгәс, «Уф, Аллаҡайым», тип кенә, хәлде еңеләйтеп булмай. Бәрелгән машинаңды, мең тапҡыр «Уф, Аллаҡайым», тип әйтһәң дә, һиңә бушҡа тѳҙәтеп бирмәйҙәр һәм һин был һүҙҙе әйтеп, бары тик гонаһлы ғына булаһың. «Уф» тигән һүҙҙең мәғәнәһе - «ялҡыттың инде» тигәнде аңлата, йәғни Аллаға телтеш тейҙереү булып һанала. Аллаһы Тәғәләгә түгел, атай менән әсәйгә лә «Уф» тип әйтергә ярамай, был һүҙҙәргә дәлил бар. Аллаһы Тәғәлә: «Уларға (атай-әсәйгә): «Уф (ялҡтым һеҙҙән)! - тимәгеҙ Уларҙы битәрләмәгеҙ, икеһенә лә яҡшы мѳнәсәбәттә булығыҙ», - ти.
Читайте нас: