Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Ғинуар 2020, 17:35

Беҙҙең тѳбәктә йәшәүселәргә ниндәй витаминдар һәм микроэлементтар етешмәй?

Сәләмәт туҡланыу йәһәтенән белгес - нутрициолог Резеда Сабирова UfaTime.ru баҫмаһына биргән интервьюһында Башҡортостанда йәшәүселәр ниндәй витаминдарға һәм микроэлементтарға мохтаж булыуын һѳйләгән.

- Беҙ континенталь тѳбәктә йәшәйбеҙ, шуның ѳсѳн йыш ҡына пациенттарҙа йод, селен етешмәүе күҙәтелә. Был ике микроэлемент ҡалҡан биҙенең эшмәкәрлегендә мѳһим роль уйнай. Әгәр ҡалҡан биҙе насар эшләһә, аҡыл һәләте һүлпәнәйә. Уларҙың етешмәүе айырыуса балаларҙың когнитив һәм эмоциональ үҫешенә насар йоғонто яһай, - ти белгес.
Тимер менән цинк кеүек элементтарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Тимерҙең етешмәүе күпселек осраҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙа күҙәтелә, ә цинкты иһә кеше организмы һалҡын миҙгелдә юғалта. Ѳҫтәүенә, был микроэлементтарҙың урынын ауыр металдар биләүе мѳмкин: мәҫәлән, торбанан сыҡҡан газдағы ҡурғаш йәки фольгала бешерелгән ризыҡ аша организмға эләккән алюмин. Организмдағы “вакантлы” урындарҙы шулай уҡ кадмий һәм терегѳмѳш ала.
“Үкенескә ҡаршы, Волга буйы тупраҡта ауыр металдарҙың күплеге менән алдынғы урында. Һѳҙѳмтәлә, улар кеше организмына эләгеп, файҙалы металдарҙы алмаштыралар. Шуның ѳсѳн микроэлементтарҙы эсер алдынан организмды таҙартыу зарур. Шлактарҙы сығарыу ѳсѳн иң киң таралған ысулдар - мунсала сабыныу һәм физик әүҙемлек”, - тип билдәләй Резеда Сабирова.
Йәнә ул D3, В тѳркѳмѳ витаминдарын, омега 3 һәм магнийҙы ла йыл әйләнәһенә тиерлек эсергә тәҡдим итә.
Шулай ҙа белгес үрҙә аталған витаминдарҙы үҙ белдегеңә ҡабул итергә ярамай, башта медицина тикшереүе үтеү, табип менән кәңәшләшеү фарыз, тип иҫкәртә. Микроэлементтарҙы контролһеҙ эсеү организмға зарар килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, әгәр кешенең эсәгендә патоген микрофлора үҫһә, бәғзе бер препараттар уларҙың үрсеүенә булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: