► Ҡулығыҙға сей йомортҡа ағын һөртһәгеҙ, тиреһе йомшарып, нәфисләнеп китер.
► Күҙ ҡабаҡтары шешенеп торһа, 15 минутҡа ромашка төнәтмәһенә тығылған мамыҡ һалығыҙ.
► Йоҡлай алмай интеккәндә, ҡарағай йәки шыршы тубырсығын ике ус менән ышҡыһағыҙ, бер ниндәй дарыу кәрәкмәҫ.
► Иртәнсәк йыуынғанда һәм кис йоҡлар алдынан ауыҙығыҙҙы һалҡын һыу менән сайҡау нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә.
► Бешеп сыҡҡан картуфты һыуыҡ һыуға һалһағыҙ, уның тышын таҙартыуы еңел булыр.
► Ябай спрайт газировкаһы менән тәҙрәгеҙҙе таҙартһағыҙ, ул ялтырап китер.
► Һуған турағанда һағыҙ сәйнәгеҙ. Күҙҙәрегеҙ йәшләнмәҫ.