Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Ғинуар 2020, 14:40

Сәйҙе дѳрѳҫ бешереү фарыз

Ғалимдар фекеренсә, сәйҙе дѳрѳҫ бешермәгән осраҡта, ул ябай эсемлектән ҡурҡыныс ағыуға әйләнеүе мѳмкин. Сѳнки тәбиғи продукт булараҡ, уның составында бактериялар, сүпрә, үңәҙ (плесень) йәки сальмонелла кеүек патогендар булыуы ихтимал. Шуға ла был эсемлекте әҙерләгәндә етештереүсенең ҡулланмаһын үтәү фарыз.

Белгестәр сәй япраҡтары һалынған сәйнүккә ҡайнар һыу ҡойоп, бешкәнсе биш минут ултыртып ҡуйырға ҡуша. Йәнә шуныһы: бер нисә сәғәт буйы тѳнәтелгән сәйҙе эсеү ҙә һаулыҡ ѳсѳн ҡурҡыныс икән.
Ҡытай ғалимдары асыҡлауынса, йәшел сәйҙе күҙәнәк терапияһы ѳсѳн ҡулланырға мѳмкин. Ундағы үҙенсәлекле матдә организмға индерелгән ѳлгѳрѳп етмәгән йәш күҙәнәктәр (стволовые клетки) тѳркѳмѳн әүҙемләштерә. Күҙәнәк терапияһы, ғәҙәттә, нәҫел ауырыуҙары, яман шеш, шулай уҡ йѳрәк-ҡан, аутоиммун, нейродегенератив сирҙәргә ҡаршы кѳрәштә ҡулланыла.
Фото artfile.me сайтынан.
Читайте нас: