Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Ғинуар 2020, 14:00

2020 йылға Көнсығыш йондоҙнамәһе

Яңы йыл - барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Ул һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы тантана. 2020 йыл - Көнсығыш календары буйынса аҡ металл Сысҡан йылы. Ябай ғына йыл түгел ул, 12 йыллыҡ мөсәлде тамамлау бурысы тап уға тапшырылған. Шуға ла ул барыһы өсөн дә үтә мөһим. Тимәк, алдағы йылда киләсәккә ҡарата маҡсаттарҙы билдәләү, тағы ла бәхетле тормошҡа юл ярыу кәрәк.

Был йыл хужаһы алдағыларынан бар яҡлап та айырыла, шуға Аҡ Сысҡан 25 ғинуарҙа лайыҡлы рәүештә үҙ тәхетенә ултырыу менән беҙ шәхси тормошта ғына түгел, йәмғиәттә лә аныҡ үҙгәрештәр күрербеҙ. Иң мөһиме - ялҡауланмаҫҡа һәм йомшаҡлыҡ күрһәтмәҫкә, шул ваҡытта иң ауыр мәсьәләләр ҙә еңел генә сиселер.
2020 йыл маҡсатлы, ҡыйыу, үткер кешеләр өсөн айырыуса уңышлы буласаҡ. Уҙған йылдағы тырыш хеҙмәт, ниһайәт, үҙ емешен - карьера үҫеше, матди ҡәнәғәтлек, ғаиләлә тотороҡлолоҡ бирер.
СЫСҠАН (ҠОМАҠ)
Йыл талисман-бетеүе - сысҡан һыны. Иң матурын, күңелсәген һайлағыҙ. Йыл буйы шатлыҡ, именлек теләп торор.
Һеҙҙең йыл. Йондоҙҙар һеҙҙе яҡлап, дәртләндереп, ярҙам итеп торор. Яңғыҙҙар ишен табыр, ә ғаиләле сысҡандарҙың ғаилә кәмәһен бары хыянат ҡына емерер. Ҡалғанына һеҙҙең икенсе яртығыҙ күҙ йомоп ҡына ҡарар. Яңы проекттарҙан ҡурҡмағыҙ. Хоҙайҙан ни генә һораһағыҙ ҙа ҡабул булыр. Һеҙҙең йондоҙло сәғәтегеҙ етте!
Стрестан һаҡланығыҙ, ул иммунитетты ҡаҡшата. Күберәк саф һауала йөрөргә, спорт менән дуҫлашырға кәңәш ителә. Былар насар уйҙарҙан арынырға, нервыларығыҙҙы рәткә килтерергә ярҙам итер.
ҺЫЙЫР (ҮГЕҘ)
Йыл талисман-бетеүе - фломастер. Ғүмерегеҙҙең берәй мөһим ваҡиғаһы алдынан шул фломастер менән нимә хаҡында хыялланаһығыҙ - шуны төшөрөгөҙ. Уңыш көттөрмәҫ.
Аҡ Сысҡан һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Тик оҙаҡҡа түгел. Был мөхәббәт мәсьәләһендә. Ярты йылдан һуң үҙегеҙ хәл итегеҙ: туй икән - туй! Айырылыша икән, башҡаға юл бирегеҙ.Июнь аҙағына тиклем хәл итегеҙ. Ни генә булһа ла, ярты йылдан тормошоғоҙ көтөлмәгән сценарий буйынса китер. Быйыл һеҙгә кемдер арыу ғына ярҙам итер. Ситтән ярҙам көтөп ятыу ҙа килешмәҫ. Үҙегеҙ ҙә ҡыбырҙағыҙ.Эшегеҙҙә үрләп тә китерһегеҙ, моға-йын. Дуҫтарығыҙҙы ишәйтегеҙ. Яңы дуҫтар - яңы мөмкинселектәр, тиҙәр бит.
2020 йылда ҡапыл ғына һимереп китерһегеҙ. Туҡланыуығыҙға иғтибар итегеҙ, үлсәнеп торорға онотмағыҙ.
ЮЛБАРЫҪ
Йыл талисман-бетеүе - Яңы йыл хлопушкаһы. Ауыр минуттарҙа уны шартлатып ебәрерһегеҙ. Тынысланырһығыҙ.
Бер аҙ бәхет артынан сабауыллап алырға тура килер. Икенсе яртығыҙ “шаярып” алыр һымаҡ. Яңғыҙаҡтарҙың юлына ла арҡыры төшөп алырҙар. Борсолмағыҙ! Аҡ Сысҡан һеҙҙе мөхәббәт ҡорбаны була белеү-белмәүегеҙҙе һынап ҡарамаҡсы. Әгәр ошоно үтә алһағыҙ - аҡ юл! Ең һыҙғанып аҡса табырһығыҙ, ҙур ғына килем алып ҡыуанырһығыҙ.
Йөрәк-ҡан системағыҙҙы тикшертеп тороғоҙ. Артыҡ майлы, ыҫланған ит, тәм-томдо сикләгеҙ.
ҠУЯН (БЕСӘЙ)
Йыл талисман-бетеүе - оса торған ҡытай фонары. Яңы йылда теләктәрегеҙ яҙылған ҡағыҙ менән бергә һауаға осороғоҙ. Ҡабул буласаҡ! Йыл мөхәббәттә һынауҙар килтерер. Эргәгеҙҙә йөрөгәнгә мөхәббәтегеҙҙе асып һалырға ашыҡмағыҙ. Уйлағыҙ. Иреш-талаштан ҡасығыҙ, уйлап, үҙегеҙҙең позицияны табып, бер аҙ хистәрегеҙҙе йүгәнләп тороғоҙ. Барыһы ла алда әле. Мөхәббәттәге бушлыҡтарҙы Сысҡан карьера үҫеше һәм аҡса менән тултырмаҡсы. Аҡсалы ла, арыу ғына эш урынлы ла булырһығыҙ.
2020 йылда аяҡ-ҡулдарығыҙҙы һаҡлағыҙ, күберәк ял итегеҙ.
АЖДАҺА
Йыл талисман-бетеүе - яңы шәшке. Яңы ҙур шәшке (сынаяҡ) һатып алығыҙ ҙа Яңы йылда уның менән тәмле һут йә компот эсегеҙ. Тормошоғоҙ шатлыҡтарҙан ғына торасаҡ.
Аждаһаға Сысҡан менән ныҡлап дуҫлашырға, уны яратырға, яҡшы мөнәсәбәттә булырға тура киләсәк. Шул саҡта ғына ул һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙыр. Йыл башында ныҡ тырышырға тура килер, хәл-торош йыл уртаһында ғына яйланыр. Яңы проекттар көтөгөҙ, үрләрһегеҙ. Иң мөһиме, етәксегеҙ менән һүҙгә килешмәгеҙ.
Һаулыҡ һәйбәт. Хроник сирҙәрегеҙҙең ҡалҡып сығыуына юл ҡуймағыҙ.
ЙЫЛАН
Йыл талисман-бетеүе - картина. Яңы йыл алдынан үҙегеҙҙең күңелегеҙгә ятҡан картина һатып алып, бүлмәгеҙгә элегеҙ. Позитив өҫтәп торор.
Аҡыллы, үтә күрә белеүсе йыландар йыл хужабикәһе менән уртаҡ тел таба белер. Яңғыҙҙар парын табыр. Ул һеҙ күптәнән белгән кеше булып сығыр. Парлыларға борсолор урын юҡ. Бөтәһе лә үҙ яйында бара. Аҡса килеп-китеп торор. Шулай ҙа уны арттырыуға өлгәшерһегеҙ, буғай.
Бөйөрөгөҙҙө һаҡлағыҙ. Йылы кейенеп йөрөгөҙ, аяғығыҙҙы өшөтмәгеҙ.
ЙЫЛҠЫ
Йыл талисман-бетеүе - асыҡ төҫтәге футболка. Ауыр минуттарҙа кейеп алығыҙ. Хәлегеҙ яҡшырыр.
Ғаиләлеләргә йыл тотороҡло булмаҡсы. Яңғыҙаҡтар кандидаттарын ентекле һайлаһын. Эшсән булыуығыҙ етәксегеҙгә оҡшай. Тик ижади һәләттәрегеҙҙе йәшермәгеҙ. Йыл уртаһында үрләтеп тә ҡуйырҙар.
2020 йылда мотлаҡ окулисҡа күренегеҙ. Күҙлеклеләргә күҙлеген яңыртырға ла тура килер, ахырыһы.
ҺАРЫҠ (КӘЗӘ)
Йыл талисман-бетеүе - юйғыс. Яңыһын һатып алып, ҡәләм менән үҙегеҙгә ҡамасаулаған, кәрәкмәгән нәмәләрҙе төшөрөгөҙ ҙә юйғыс менән юйып ташлағыҙ. Насар нәмәләр
юйылыр. Һарыҡтар мәрхәмәтле, ыңғай холоҡло. Яңы йылда ла эргә-тирәгеҙҙә шундай кешеләр тупланһын. Пар эҙләгәндәргә ҡыйыуыраҡ булыу кәрәк. Теләктәрегеҙҙе йәшермәй әйтегеҙ. Йомолоп йәшәмәгеҙ. Ярҙамсыл һарыҡтар бушҡа эшләп арыған. 2020 йылда эшегеҙҙе баһалата белегеҙ. Ул саҡта финанс хәлегеҙ ҙә тотороҡланыр.
Ял итергә өйрәнегеҙ. Эштә эш тип һаулығығыҙҙы ҡаҡшатмағыҙ.
МАЙМЫЛ
Йыл талисман-бетеүе - яңы ҡайсы. Ҡағыҙға ҡайғы-хәсрәттәрегеҙҙе, борсолоуҙарығыҙҙы теркәп, шул ҡайсы менән ҡырҡҡылағыҙ. Юҡҡа сығыр.
Аҡ Сысҡан әллә кем булып йөрөгән көйһөҙ маймылдарҙы хупламаҫ. Түҙем, компромисҡа килергә, яғымлы булырға өйрәтер ул. Шәхси тормошоғоҙ шунан ал да гөл барыр.
Аҡса эшләү юлдары табылыр. Бурысҡа аҡса алмағыҙ, бирә алмай йонсорһоғоҙ. Кредит алырға булһағыҙ, тик фатир, машина, башҡа эре әйбергә генә тотоноғоҙ. Һаулыҡ тотороҡло. Шулай ҙа профилактик саралар яҙыҡ булмаҫ. Кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке булһын.
ӘТӘС (ТАУЫҠ)
Йыл талисман-бетеүе - гигиеник помада. Уны башлап тәүге Яңы йылда иренегеҙгә һөртөгөҙ. Аҙаҡ ҡасан теләһәгеҙ - шунда.
Икенсе яртығыҙҙы тәнҡитләүҙе туҡтатығыҙ. Мөхәббәтегеҙҙе тапманығыҙмы әле? Көтөгөҙ, йыл аҙағы өмөтлө булмаҡсы. Һәйбәт йыл. Конкурстарҙа еңерһегеҙ, тирләп-бешеп эшләрһегеҙ. Көтөлмәгән сюрприз! Туғандарығыҙҙан ҡиммәтле бүләк көтөлә. Уйламаған ерегеҙ ауырта башлар. Шундуҡ тикшерелегеҙ, оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.
ЭТ
Йыл талисман-бетеүе - Яңы йыл өҫтәленең иң тәмле ризығы. Тормошоғоҙҙа ҡытыршылыҡтар тыуа башлаһа, шуны бешереп ашағыҙ. Яңы көс, энергия алырһығыҙ.
Нимә бар, шуға ҡәнәғәт була белегеҙ. Яратҡандарығыҙҙың күңелен ҡыйырға тырышмағыҙ. Парын көткәндәргә аҡ юл. Был йәйен булыр. Етәксегеҙ яңы эш урыны тәҡдим итер. Бөтәһенә лә бер юлы тотонмағыҙ. Күңелегеҙгә ятҡанына ғына ризалашығыҙ.
Туйғансы йоҡлағыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ. Шул саҡта үҙегеҙҙе яҡшы тойорһоғоҙ, күңелегеҙ күтәрелер.
ҠАБАН (СУСҠА)
Йыл талисман-бетеүе - көмөш ҡайыш. Тәүгә уны Яңы йыл төнөндә тағығыҙ: йыл буйына уратып, ҡурсалап торор. Аҡ Сысҡан һеҙҙе романтик булырға өйрәтер. Күңелле осрашыу-
ҙар, смскалар йәнегеҙҙе йылытыр. Үҙегеҙ ҙә һөйгәнегеҙгә ҡарата яғымлы булығыҙ. Башҡалар кәңәшенә ҡолаҡ һала белегеҙ. Ниндәйҙер мөһим ҡарар ҡабул итерһегеҙ. Энергетик вампирҙарҙан һаҡ булығыҙ. Уларҙы яҡын юлатмағыҙ.

Читайте нас: