Бындай ялдан һуң кәйеф күтәрелеп кенә ҡалмай, физик һәм интеллектуаль әүҙемлек тә көсәйә. Кешенең сәләмәтлегенә, йәшенә, эшенә, шарттарға бәйле, көндөҙгө йоҡоноң төрлө оҙайлыҡта булыуы ихтимал. Иң мөһиме - ул 30 минуттан артырға тейеш түгел. Оҙағыраҡ йоҡлаған хәлдә эшкә һәләт кәмей. Бынан тыш, биоритмдар боҙолоу сәбәпле, кешенең төндә оҙаҡ йоҡлап китә алмай интегеүе мөмкин. Трансатлантик осоштар мәлендә осоусыларға көндөҙгө ялға бер аҙ ваҡыт бирелә. Элек ул 45 минут тәшкил иткән. Әммә француздар асыҡлауынса, был ваҡытта йоҡо тәрән стадияға күсеп өлгөрә һәм унан уянған кешегә ҡатмарлы маневрҙарҙы ышанып тапшырыу ҡурҡыныс. Шуға күрә хәҙер пилотҡа 30 минутҡа тиклем генә көндөҙгө ял рөхсәт ителә.