Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ғинуар 2020, 13:00

Иммунитетты нығытыу ѳсѳн

АЛОЭ. Гѳлдѳң япрағын һалҡын һыуҙа йыуалар, ваҡ итеп турайҙар һәм марля ярҙамында һығалар. 2 аш ҡалағы һутты 1 стакан ҡоро ҡыҙыл шарап менән ҡушып болғаталар, 1 балғалаҡ бал ѳҫтәйҙәр. 5-6 кѳн тѳнәткәс, ашар алдынан, кѳнѳнә 2-3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ эсәләр.

ЯРАНГѲЛ йоғошло инфекцияны, бактерия һәм вирустарҙы үлтерергә һәләтле. Шуға ла ул һәр ѳйҙә үҫергә тейеш.
ЛИМОН МЕНӘН ҺАРЫМҺАҠ. 10 лимонды ҡабығы менән ваҡ ҡырғыстан үткәрәләр, 10 тырнаҡ һарымһаҡты ваҡ итеп турайҙар. Икеһен бергә яҡшылап болғатҡас, 3 литр һыуға һалалар. Һауыттың ѳҫтѳн ябып, 2 кѳнгә һыуытҡысҡа ҡуялар. Иртән ас ҡарынға һәм йоҡларға ятҡанда 1-әр аш ҡалағы эсәләр.
ҺАРЫМҺАҠты ваҡ итеп турап, йоҡлай торған карауат янына ҡуялар.
ҺУҒАН. Грипп ваҡытында һуғанды турайҙар һәм шуны 10-15 минут дауамында еҫкәйҙәр. Процедураны кѳнѳнә 2-3 мәртәбә ҡабатлайҙар.
ГѲЛЙЕМЕШ. ½ стакан кипкән емеште 1 литр һыуға һалып, 10 минут ҡайнаталар. 8-10 сәғәт тѳнәткәс, һѳҙәләр. Кѳн дауамында бал, емеш-еләк ҡайнатмаһы, шәкәр менән эсәләр. Курс - 1 аҙна. Гѳлйемеште термоста тѳнәтеп эскәндә бигерәк файҙалы.
Читайте нас: