Ағас рамлы иң тәүге мотоцикл сәғәтенә 12 км тиҙлектә йѳрѳй. Йылдар үткәс, мотоцикл юл йѳрѳү сараһы ғына булып ҡалмай, спортты үҙләштереүгә лә этәргес була. Мотоспорт - тәүәккәлдәр, техник белемле кешеләр шѳғѳлѳ. Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы, мотоуҙыш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадиров оҙаҡ йылдарға күптәрҙең кумирына әйләнә. Хәҙерге ваҡытта ла мотоцикл менән мауығыуҙы ҡыйыулыҡҡа, йәшлеккә бәйләйҙәр. Был тѳр техниканы яратыусылар байкерҙар, рокерҙар тѳркѳмдәренә берләшә. Донъяла хәҙер эшләнгән мотоциклдарҙың яртыһы тиерлек япон маркалы. 132 йәшен тултырһа ла, мотоцикл даими яңыртылып, үҙгәртелеп торола. Әле иң ҡеүәтле мотоцикл - АҠШ-тың донъяла киң билдәле “Даймлер-Крайслер” автомобиль фирмаһында эшләнгәне. Цилиндрлы, 4 тәгәрмәсле, ҡеүәте 500 ат кѳсѳ булған, был мотоцикл тиҙлеген сәғәтенә 400 километрға еткерә ала. Ә Канадала эшләнгән яңы мотоцикл ҙур артҡы тәгәрмәсендә генә йѳрѳй, ҡуҙғалып киткәс тә, бәләкәй алғы тәгәрмәсе корпусҡа йыйыла.