Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ғинуар 2020, 16:00

Ҡара емеш (чернослив) һәм сәтләүек менән итле салат

Сусҡа ите - 1,2 кг, ҡара емеш - 280 г, әстерхан сәтләүеге - 90-120 г, ҡаймаҡ - 190 г, гәрсис - 1 аш ҡалағы, ит тәмләткестәре - 2-3 семтем, тоҙ, борос.

Сусҡа итен епсәләренә арҡыры ҡырҡып, туҡмаҡлап, аҙыҡ пленкаһына бер-береһенең өҫтөнә һалып сығығыҙ. Тоҙ, борос һибегеҙ. Гәрсисте ҡаймаҡ менән бутап, ҡатышманың яртыһын иткә һылағыҙ. Өҫтөнә сәтләүек һибеп, ҡара емеш һалып сығығыҙ. Итте тығыҙ рулет итеп төрөп, шпагат йәки еп менән бәйләп ҡуйығыҙ. Ҡалған ҡатышманы өҫтөнә һөртөгөҙ. Алдан йылынған духовкала 220 градуста рулетты фольга менән ҡаплап бешерегеҙ. Бер сәғәттән духовканан сығарығыҙ.
Читайте нас: