Составында алколоид, сапонин, инулин, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Үҫемлектең япрағы сәскә атҡан ваҡытта йыйыла. Күләгәлә киптерелә. Ул бауырҙың ағыулы матдәләргә ҡарата һаҡланыу үҙенсәлеген кѳсәйтә. Бынан тыш, үт барлыҡҡа килтереүгә һәм уны тиҙ арала сығарыуға булышлыҡ итә. Үҙ сиратында матдәләр алмашыныу һәм аҙыҡ эшкәртеү процесын яҡшырта. Шуға күрә шайтан таяғынан эшләнгән препараттарҙы бауыр циррозы, киҫкен һәм хроник гепатиттан тәғәйенләйҙәр. Үҫемлектең япрағынан һәм сәскәһенән әҙерләнгән тѳнәтмәне йѳрәк һүлпән эшләгәндә, ҡан баҫымы түбәнәйгәндә, һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә, дѳйѳм шешенгәндә, бәүел ҡыуығы шешкәндә, геморрой булғанда ҡулланырға кәңәш итәләр.
Тѳнәтмәне әҙерләү: 1 ҡалаҡ киптереп ваҡланған шайтан таяғы япрағы һәм сәскәһе ҡатнашмаһын (икеһе лә тигеҙ алына) 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, ѳҫтѳн ябып йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Уны 2-3 тапҡыр, ашар алдынан, 1/3 -1/2 стакан эсергә. Шайтан таяғы япрағынан әҙерләнгән тѳнәтмә экзема, нейродермит кеүек тире ауырыуҙарынан файҙалы.
Тѳнәтмә әҙерләү: 1 ҡалаҡ киптереп ваҡланған япраҡты 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, ѳҫтѳн ябып, йылы урында 30-40 минут тоторға. Кѳнѳнә 3 тапҡыр ас ҡарынға 1 ҡалаҡ эсергә. Был тѳнәтмәне үрҙә әйтелгән тире ауырыуҙары булғанда тирегә һѳртѳргә, ванна яһарға мѳмкин. Бауыр ауыртҡанда, холецистит кеүек үт ҡыуығы ауырыуҙарында, шулай уҡ гастриттан, һимереүҙән үҫемлектең орлоғонан дауа эшләргә кәңәш ителә.
Тѳнәтмәне әҙерләү: 30 г орлоҡто порошок хәленә еткәнсе ваҡлап, ѳҫтѳнә 0,5 литр ҡайнар һыу ҡойорға һәм шуны һыулы кәстрүлгә ултыртып, килеп сыҡҡан масса ике тапҡыр кәмегәнсе ҡайнатырға. Һуңынан уны ѳс ҡатлы марля аша һѳҙѳп, һәр сәғәт һайын 1 ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы 1-2 ай, кәрәк булһа, тағы ике аҙнанан һуң дауаланыуҙы дауам итергә мѳмкин. Халыҡ медицинаһында эс китеүҙән, радикулиттан, теш һыҙлағанда, бәүел тотҡарланғанда һәм тән ҡорошҡанда шайтан таяғы тамырынан тѳнәтмә эшләйҙәр.
Тѳнәтмәне әҙерләү: 1 ҡалаҡ ваҡлап онталған тамырға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут эҫе һыуҙа ѳҫтѳн ябып ҡайнатырға. Эҫе килеш ѳс ҡатлы марля аша һѳҙѳп, бер аҙ ҡайнар һыу ѳҫтәргә. Ашар алдынан кѳнѳнә ѳс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.