Билдәле булыуынса, диабет, инсулин етешмәү сәбәпле, глюкозаны организм үҙләштермәүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Әгәр хәл-торошто контролгә алмағанда, әлеге сир бѳйѳр, мейе, йѳрәк кеүек ағзаларҙы зарарлаясаҡ.
Был эсемлек ҡандағы шәкәрҙе кәметергә һәләтле. Хатта кѳнѳнә бер генә сынаяҡ аҡ сәскә сәйе лә сирҙең кѳсәйеүен тотҡарлай; ашҡаҙан аҫты биҙе күҙәнәктәренең йәрәхәтләнеүен кәметә.
Ромашка сәйе кәйефте яҡшырта, тонусты күтәрә, матдәләр алмашыныуын кѳйләй, организмдан токсиндарҙы сығара.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ромашкала яман шеш күҙәнәктәренең үрсеүен булдырмаусы матдә лә бар икән.