Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Ғинуар 2020, 22:00

Авокадо, сельдь һәм сөгөлдөрҙән салат

2 сөгөлдөр, тоҙло сельдь (филе) - 400 г, 2 авокадо, майонез, укроп.

Сөгөлдөрҙө бешереп, һыуытып, шаҡмаҡлап турағыҙ. Авокадоны уртаға ҡырҡып, һөйәктәрен сығарып, әрсеп, сөгөлдөр кеүек итеп турағыҙ. Балыҡты ла шаҡмаҡлап турағыҙ. Салатты бейек булмаған быяла һауытҡа ошолай һалығыҙ: сөгөлдөр, авокадо, сельдь, майонез, укроп.
Читайте нас: