Какаоны йылы һыуҙа иретегеҙ. Печеньеның «Юбилейное» йәки «К чаю» тигәнен алһағыҙ, яҡшыраҡ. Печенье менән иретелгән какаоны бутағыҙ. Эремсекте блендерҙа туҡығыҙ йәки иләк аша үткәрергә була. Уға май һәм шәкәр ҡушып бутағыҙ. Өҫтәлгә аш пленкаһы түшәп, уға печенье менән какао ҡатнашмаһын тигеҙләп һалығыҙ (яҡынса 0,5-1 см). Өҫтөнән эремсек һалып, рулет итеп төрөп, 1 сәғәткә һыуытҡысҡа һалып тороғоҙ.