Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Ғинуар 2020, 13:05

Сираттағы таратыу пункты асылды

Ҡалала «Һөт кухняһы” продукцияһын таратыуҙың икенсе пункты эшләй башланы.

Ул Карл Маркс урамындағы 57-се йортта урынлашҡан. Таратыу пункттарына һөт, ҡатыҡ, эремсекте әлегә Стәрлетамаҡтан килтерһәләр, ошо көндәрҙә сафҡа индерелгән “Һөт кухняһы” продукцияһын үҙебеҙҙә етештерә башлаясаҡ. Әлегә етәкселеккә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итәһе ҡалған, шуға кәштәләргә ваҡытлыса Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һөт ризыҡтары ҡуйыла. Ассортимент аҙнаһына ике тапҡыр яңыртыла. Балалар ризығын шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә таратыу пункттарынан килеп алырға мөмкин.

Түләүһеҙ нигеҙҙә һөт кухняһы ризыҡтары менән күп бала тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләрҙәге өс йәшкә тиклемге балалар тәьмин ителә. Белоретта бөгөн 180 ғаилә һөт кухняһы ризыҡтарын бушлай алыуға килешеү төҙөгән. Әлеге таратыу пунктынан бөгөнгө көндә исемлек буйынса 47 ғаилә һөт ризыҡтары ала.

Һөт кухняһы” Белореттағы подразделениеһы мөдире Евгений Юхин белдереүенсә, исемлек үҙгәреп торасаҡ, әле документтар туплау дауам итә. “Исемлек көн һайын тулыла нып, үҙгәреп тора, шуға аныҡ ҡына һандарҙы әйтеп булмай. Оҙаҡламай үҙебеҙҙә фабрика-кухня сафҡа индерелгәс, һөт ризыҡтары Хәйбулла, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм башҡа күрше райондарға оҙатыласаҡ. Комбинат транспорты таратыу пункттарына ташыясаҡ”, - тине Евгений Викторович.
Һөт ризыҡтары аҙ килемле ғаиләләрҙәге 3 йәшкә тиклемге балаларҙан тыш, йөклө һәм бала имеҙгән әсәләргә лә ҡаралған. Тейешле документтар йыйып, таратыу пункттарына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса муниципаль район хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары секторына 4-57-71 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ.
Һөт кухняһы тауарҙарын һатып алырға ла мөмкин. Оҙаҡламай һөт кухнялары кәштәләрендә йогурт та булыр. Тик ул балаларға бирелмәй, коммерция нигеҙендә генә һатыуға сығарыласаҡ. Продукция балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн заманса, һөт һәм кефир 200 грамлыҡ, эремсек 60 грамлыҡ ҡаптарҙа сығарыла.
Ҡалала йәшәгән Эльвира Хәйруллина ла яңы асылған таратыу пунктына тәүгеләрҙән булып килде.
Ғаиләбеҙҙә дүрт бала тәрбиәләнә. Кинйәбеҙгә йәш ярым ғына әле. Тейешле документтарҙы декабрҙә йыйып тапшырҙыҡ. Һөт ризыҡтарын ике тапҡыр Крупская урамындағы таратыу пунктынан алдыҡ. Карл Маркс урамындағыһы яҡыныраҡ булғас, хәҙер бынан килеп аласаҡбыҙ. Һөт ризыҡтары балаларға оҡшай. Бигерәк тә, эремсекте, кефирҙы яраталар”, - ти күп балалы әсә.
Хәйруллиндар ғаиләһенә норма буйынса 1,2 литр һөт, 1 литр кефир һәм 180 грамм эремсек тәғәйен. Сифатлы, бар нормативтарға ла яуап биргән һөт аҙыҡтары бәләкәй балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә хуш киләсәк, әлбиттә.
Етәкселек белдереүенсә, районда йәшәүсе аҙ килемле ғаиләләрҙән мөрәжәғәттәр юҡ кимәлдә. Аңлашыла ла, беренсенән, ауылдарҙа таратыу пункттары юҡ, һөт ризыҡтары махсус ташылмаясаҡ, икенсенән, ризыҡтарҙы килеп алыу өсөн күптәрҙең мөмкинлеге, ваҡыты ла юҡ. Әгәр ҙә ҡалаға яҡын ауылдарҙа йәшәмәһә... Ә яңы асылған һөт ризыҡтарын таратыу пункты белореттарҙы ҡыуандырҙы ғына.
Читайте нас: