Тауыҡ итен бешерәбеҙ һәм һыуытып, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Ҡара емеште 10-15 минут ҡайнар һыуҙа тотоп, сайҡатып алабыҙ, һаламлап турайбыҙ. Әгәр ҡулсалап туралған ананас алған булһағыҙ, уны шаҡмаҡлап турарға кәрәк. Ингредиенттарҙы салат һауытына һалып, ҡаймаҡ өҫтәп, тәменсә тоҙ һибеп, бутайбыҙ. Табынға сығарыр алдынан ярты сәғәт һалҡын урында тоторға кәңәш ителә. Шулай ул тағын да тәмләнә һәм һутлыраҡ була.