Борсаҡлы борос, тоҙ, лавр япрағы, һыуған һалып тағы ла 30 минут ҡайнаталар. Оҡшатҡан кешеләр алдан бүрттерелгән дөгө ярмаһы ла һалалар. Әҙер ризыҡты матур формалы һауытҡа һалалар ҙа 4-5 сәғәткә һыуыҡҡа ҡуялар.
Бер йылды әсәйем бер юлы баш-тояҡтарҙы бер юлы күп итеп бешерҙе лә ҡойҡаны быҡтырылған итте япҡан кеүек итеп 0,7 литрлы банкаларға һалып тимер ҡапҡастар менән япты. Улар бик оҙаҡ һаҡланды, ҡала ерендә йәшәгән тыуған-тыумасаларға ла күстәнәскә бирергә йәтеш булды.