Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ғинуар 2020, 13:57

«Крәҫтиән» бәлеше

Ҡамыр өсөн:4 стакан он, 6 ҡалаҡ маргарин, стакан ярым һөт, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, 40 г сүпрә.

Эслек өсөн:
500 г терәс балығы, 2 баш һуған, 4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы, 3-4 семтем төйөлгән ҡара борос, 2-3 лавр япрағы, тоҙ.
Ҡамыр баҫығыҙ һәм 1 см ҡалынлығында йәймә йәйеп, майлы табаға йәйегеҙ. Эсенә таҙартылған балыҡ киҫәктәре, түңәрәкләп туралған һуған, лавр япрағы, май һалығыҙ ҙа тоҙ, борос һибеп, бәлеште буйынан-буйына ҡамыр менән селтәрләп биҙәгеҙ. Өҫтөнә йомортҡа яғығыҙ ҙа, бер аҙ тотҡас. духовҡаға урынлаштырығыҙ.
Читайте нас: