Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ғинуар 2020, 17:30

Мәңге тере Зәйнулла рухы

Дин әһеле, ишан, йәмәғәт эшмәкәре, мәғрифәтсе, Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе, йәдитселек етәкселәренең береһе, халыҡта әүлиә һәм табип булараҡ билдәле Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлевтең яҡты рухына арналған конференциялар республика райондарында гөрләп уҙа. “Зәйнулла ишан эҙҙәре буйлап” тигән сираттағы сара күптән түгел Шығай ауылында булды.

Кисәнең күңелдәргә яғылыр моңло тауышлы Ҡөрьән Кәрим сүрәләрен яттан көйләгән балаларҙың сығышы менән башланып китеүе 200-гә яҡын халыҡты йыйған зал эсенә ниндәйҙер илаһи нур бөрккәндәй ине. Рухи ҡомартҡыбыҙ булған башҡорт халыҡ көйө “Урал”дың гимн булып яңғырауы аяғүрә баҫҡан һәр кемде ғорурлыҡ тойғоһона солғаны. Ә инде “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбленең Зәйнулла ишанға зекер көйләүе бөйөк әүлиәнең рухына данлау булып асмандарға олғашты. Конференцияның инеш өлөшө уҙасаҡ сараның ниндәйерәк мөхиттә барасағын күҙаллағайны.
Сараны Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Юлдаш улы Ғәлиастанов тәбрикләне. Ауыл аҡһаҡалы Мөхәмәт Усман улы Түлебаев фатиха ҡылды. Филология фәндәре докторы, Фән академияһының мөхбир-ағзаһы Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисаметдинова ошондай юҫыҡтағы конференцияларҙың мөһимлеген, дин менән йолаларҙың, йола менән диндең бергә үрелгәнен билдәләне. Зәйнулла ишан кеүек мәғрифәтселегебеҙ, халҡыбыҙ, мөстәҡиллегебеҙ өсөн көрәшкән кешеләрҙе тарих онотмағанда, халҡыбыҙҙың дине лә, милли йолаһы ла йәшәйәсәге тураһында бәйән итте.
Филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова сығышы сарала ҡатнашыусылар өсөн яңы мәғлүмәтле булды. Профессор заманында академик уҡыу йорттарына тиң торорлоҡ, башҡа мәҙрәсәләр өсөн төп булып һаналған һәм көслө белем биргән, мәғрифәтле уҡыу йорто “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе тураһында ентекле бәйән итте.
“Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, шағир Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбай Рәсәй федерализмының барлыҡҡа килеүендә Зәйнулла Рәсүлевтең йоғонтоһо ҙур булыуын, унһыҙ Зәки Вәлидиҙең дә шундай юғарылыҡҡа күтәрелә алмауы, халыҡтың үҙенән-үҙе ойошоп, “Зәйнулла уҡыуҙары” барлыҡҡа килеүе, Аллаһы Тәғәлә тарафынан Зәйнулла Рәсүлевтең теләктәре ҡабул ителгәне өсөн генә лә дингә килеү кәрәклеге тураһында һөйләне.
“Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе, шағирә, Шәйехзада Бабич һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Лариса Абдуллина республикабыҙ үҙ ерлеген ошо әүлиәбеҙ доғалары менән яулап алып ҡалғанлығы, бары изге доғала булып, саф һәм тоғро булған әүлиәләргә генә кәрәмәттәрҙең бирелгәнлеге һәм халҡыбыҙҙың ошо доғалар менән көслө, алға барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сығышы аҙағын үҙенең рухлы шиғыры менән тамамлаған ҡунаҡты залдағылар көслө алҡыштарға күмде.
Сараны ойоштороуға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Белорет ир-уҙаманы Альберт Балаковтың сығышы күптәрҙә һоҡланыу уятты. Ул бына 10 йыллап инде Зәйнулла ишандың һәм шәкерттәренең тормош юлын, тәғлимәттәрен ентекләп өйрәнә, бөйөк шәхескә бәйле бер саранан да ситтә ҡалмай. Атаһы христиан, әсәһе мосолман булған егет күңеленә пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт салаллаһуғәләйһиссәләм дә, уның вариҫтары булған әүлиәләр, ишандар ҙа берҙәй яҡын һәм ҡәҙерле. Ул үҙенең йәшәү рәүеше менән Башҡортостаныбыҙҙы һәм халҡыбыҙҙы данлай.
Ғилми конференцияла ҡатнашыусылар өсөн Мөхәмәт Түлебаевтың, Шығай урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Эльвира Сәйәхованың, Әбйәлил районы Ишкилде ауылынан килгән 95 йәшлек Мәрғүбә инәй Йәнбирҙинаның, Белорет ҡалаһы һәм районының имам-ахуны Исмәғил хәҙрәттең, Учалынан “Мөкәрәмә” мәсетенән Марс хажиҙың сығыштары фәһемле булды.
Ошо сараларҙың инициаторы, актив йәмәғәтсе, яҙыусы Әҡлимә Сафина, бөйөк әүлиәнең яҡташы булараҡ, шәхсән ғорурлығын йәшермәне. Ул был изге ғәмәлдәрҙе атҡарыуҙы үҙенең изге бурысы итеп һанауын белдерҙе. Шулай уҡ Зәйнулла Рәсүлевтең исеме “Башҡортостандың йөҙ шәхесе” исемлегенә индерелеүен әйтте. Тарихи ерлеккә таянып яҙған Зәйнулла ишан тураһында китабын бүләк итте.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының көнсығыш яҙмалары бүлеге етәксеһе Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов ошондай конференцияларҙың әһәмиәтен, яңынан-яңы мәғлүмәттәр табылыуын һәм, әлбиттә, табылған документтар, фараздар, тикшеренеүҙәр дөйөм китап булып баҫыласағына ышандырҙы.
2019 йылда Сәғүд Ғәрәбстанында үткән конкурста йөҙ ил араһында гран-при яулаған, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты булған “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамаҙановтың көслө сығышы һәр ҡатнашыусының йөрәгенә барып етте, күҙҙәрен йәшләндерҙе.
Башҡортостандың халыҡ артисы, “Ҡурай” төркөмө етәксеһе Роберт Юлдашев башҡортобоҙҙоң меңәр йыл буйына дауам иткән ерле-дини йолаларын юғалтмаҫҡа саҡырҙы. Икенсе милләт йә традицион булмаған ислам юлында йөрөүселәрҙең ҡотҡоһона бирелмәҫкә өндәне.
Өфө, Магнитогорск, Учалы, Баймаҡ, Сибай, Силәбе, Белорет ҡалаларынан һәм республиканың бер нисә районынан килгән халыҡ өсөн ғилми конференция ысын мәғәнәһендә көн ҡаҙығына һуғыуы менән әһәмиәтле булды. Залдағы йылы мөхит, кешеләрҙең бер-береһенә ихлас мөғәмәләһе Зәйнулла ишан портретына төшкән ҡуш нур, көтмәгәндә сәхнәгә осоп инеп ике-өс тапҡыр әйләнеп юҡҡа сыҡҡан күк күгәрсен... Быларҙың барыһын да диндарҙарҙың доғалары аша барып етеп, асмандарҙан изгеләребеҙҙең беҙгә ебәргән ризалыҡтары тип ҡабул итергә кәрәктер. Йөмлә йортҡа йыйылған халыҡтың рухи таҙарыныуына ла ишаралыр, бәлки.
Конференция тамамланғас, бөтөн ҡунаҡтар, ауыл халҡы Ғабдрахман Рамаҙан улы Эниев, Салаут Әмерхан улы Килдин, Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова салдырған ҡорбан ашынан ауыҙ иттеләр. Сарала ҡатнашыусылар һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлде әҙерләгән Венера Эниеваға, Ғәлиә Мәхмүтоваға, мәктәп ашнаҡсыларына, “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбленә, мәктәп директоры И.Х. Әбүталиповҡа, китапханасы О.А. Ғәлиуллинаға, Үткәл мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Р.Ғ. Ғәйфуллинаға, “Аверс информ” компанияһының директор урынбаҫары А.Ю. Балаковҡа, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Ф.Ғ. Хисаметдинова, З.Я. Шәрипова, Ә.Ғ. Сафина, Марс хажи, Ә.Ғ. Сәлихов ойоштороусыларға бүләктәр тапшырҙы. Ҡорбан мәжлесенән һуң мәсеттә Зәйнулла ишан ейәне Шәмситдин хәҙрәт рухына зекер әйтелде, әруахтар йортонда зыярат ҡылынды.

Фекерҙәр:
Ғабдрахман Рамазан улы ЭНИЕВ, Зәйнулла ишандың дин юлындағы тыуасары:
- Зәйнулла ишан ҡыҙы Кәримәне Әбйәлил районы Күсем ауылына үҙенең Йосоп исемле шәкертенә кейәүгә бирә. Уларҙың Шәмситдин улдары тыуа. Бик иртә етем ҡалған Шәмситдинде Зәйнулла ишан үҙе уҡыта, Шығай ауылына хәлфә итеп ебәрә. Шығайҙа мәсет, мәҙрәсә төҙөтә. Шәмситдин ошонда өйләнә һәм уның Сәүҙә исемле ҡыҙы, йәғни минең әсәйем тыуа. Олатайымдарға юл ыңғайы Зәки Вәлиди бер нисә тапҡыр килеп киткән. Әлеге көндә беҙҙең өйҙә олатайымдың Зәйнулла ишан тарафынан ебәрелгән таяғы, сәлләһе, халаты, намаҙлығы һаҡлана. Шундай бөйөк шәхестәрҙең вариҫы булыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Хәҙер үҙем мәсеткә йөрөйөм, балаларҙы ла ылыҡтырам. Аллаға шөкөр, һәләтле балалар байтаҡ беҙҙә.
Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА, конференцияны ойоштороусы һәм алып барыусы:
- Бөгөнгө кеүек конференцияларҙың уҙыуы республикала ғына түгел, тотош Рәсәй Ислам донъяһында төрлө йүнәлештәр баҫып алған осорҙа, Зәйнулла Рәсүлев тәғлимәттәрен халыҡҡа таратыу атабабаларыбыҙҙың тотҡан динен, йолаларыбыҙҙы һаҡлап, яҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән дөрөҫ сараларҙың береһе тип уйлайым. Бөйөк Зәйнулла ишандың бөтөн өйрәтеүҙәре лә, фәлсәфәһе лә кешеләрҙең үҙ-ара татыулығы, сабырлыҡ принциптарына ҡоролған. Ул үҙе, тере саҡта, ваҡыт барҙа изгелек ҡылып өлгөрөргә, эшләргә, файҙа итергә кәрәк, тип әйткән бит. Диндәге һынылыштың буласағын меңәр йылдар элек Мөхәмәт пәйғәмбәр әйткән кеүек, бөйөк әүлиә Зәйнулла ишан халҡыбыҙҙың ниндәйҙер ваҡытҡа битарафлыҡ йоҡоһона талып тороуын, мәле еткәс, яңынан күтәрелә башлауын да күргән. Бөгөнгө сараға халыҡтың күпләп килеүе уларҙың динебеҙгә ихласлығын, ихтирамын күрһәтте, бөйөк шәхес Зәйнулла ишандың рухын хөрмәтләүен, уның тәғлимәттәренә тоғро ҡалыуын иҫбатланы.
Мөхәмәт Усман улы ТҮЛЕБАЕВ, атаҡлы ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мөғәллим:
- Ауылдаштарыма, ошо ҙур сараны төплө, еренә еткереп ойоштороусыларға, бигерәк тә Сәғирә Сабирйән ҡыҙына, сикһеҙ рәхмәтлемен. Бөтә ҡунаҡтар ҙа бик ҡәнәғәт булып ҡайттылар. Шәмситдин хәҙрәткә бәйле иҫтәлектәремде мотлаҡ Зәйнулла ишандың, уның вариҫтарының тормошон өйрәнеүселәргә яҙып тапшырасаҡмын.
Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА. Ришат ХӘЙБУЛЛИН фотолары.
Читайте нас: