Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Ғинуар 2020, 22:00

Тәмле бәлеш

Был бәлеш еңел әҙерләнә, күп ваҡытты ла алмай.Бәлеш өсөн бер банка ҡуйыртылған һөт, ике аш ҡалағы шәкәр пудраһы, ярты сәй ҡалағы сода, ике йомортҡа кәрәк буласаҡ.

Тәүҙә йомортҡаны сода менән бергә туғыйбыҙ. Шунан ҡуйыртылған һөт һәм он өҫтәйбеҙ. Ҡуйы ҡаймаҡ шыйыҡлығында ҡамыр килеп сыға.
Артабан форманы майлап, әҙер ҡамырҙы ҡоябыҙ. Мейестә 150-170 градуста 25-30 минут бешереп алабыҙ. Бәлештең әҙерлеген белеү өсөн шырпы менән сәнсеп ҡарайбыҙ, әгәр ҙә шырпы ҡоро икән - әҙер. Унан ризыҡты мейестән алып, шәкәр пудраһы һибәбеҙ.
Читайте нас: