Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ғинуар 2020, 19:25

Күмәк эш - ирмәк эш

Ботай ҡатын-ҡыҙҙары «Табынығыҙға бәрәкәт бирһен тултырма» тигән һүҙҙәр яҙылған ҡапҡалы йортҡа өмәгә йыйылды.

Маҡсат - күмәкләшеп халҡыбыҙҙың милли ашы булған тултырма әҙерләү һәм киләсәк быуынға эш рәтен өйрәтеү. Ололар менән бергә ѳмәлә ҡатнашҡан уҡыусы ҡыҙҙар әлегә эсәкте бәйләп, тотоп ҡына торһалар, киләсәктә үҙҙәре лә оҫта булып китерҙәр әле.
Өмә уйын-көлкө, йыр менән үрелеп барҙы. Кем нисегерәк эслек әҙерләү серен систе, бәләкәстәргә аңлатып-күрһәтеп, сәғәт тә үтмәй ҡалды - ике ҙур табаҡ эслек тултырылып та бөттө. Һауыт-һабаны йыуып, йыйыштырып алған арала хужабикә Мәрйәм Шаһивәлиева табын әҙерләп, килтергән күстәнәстәрҙе лә өҫтәп, ѳмәселәрҙе ашҡа саҡырҙы. Иң тәүҙә тултырған тултырма ла бешеп өлгөрҙө, иң оло ағинәй Рәйфә Сәғәҙәтова, бисмилла әйтеп, уны башлап ауыҙ итте. Өҫтәлдә нәмә генә юҡ: бауырҙан торт, эремсектән кекс, төрлө эслек менән бѳйѳрѳктәр, ҡоймаҡ һәм башҡа тәм-том. Бик тә тәмле булды аш-һыу, унан да мөһимерәк - бергәләп башҡарған эш. Малы барҙың һыйы бар шул, ә аш булған ерҙә бәрәкәт бар. Рәхмәттәр ике яҡҡа ла яуҙы, берәүһе башҡарылған эш өсөн әйтһә, икенселәре ҡунаҡсыллығы өсөн ҡат-ҡат Мәрйәмде маҡтаны.
М. Төхвәтуллина.
Ботай ауылы.
Читайте нас: