Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Ғинуар 2020, 21:00

Тултырылған балыҡ

Эслек өсөн:ит турағыс аша үткәрелгән 100-150 г балыҡ ите, ярты стакан быҡтырылған фасоль, 0.5 кг кәбеҫтә, самалап тоҙ, борос, укроп алына.

Яңы тотолған эре балыҡты ҡабырсыҡтарынан таҙартып, эсен ярып йыуабыҙ. Һунынан уның эсенә һәм тышына һеркә һөртәбеҙ ҙә әҙер эслекте тултырабыҙ. Духовкала уртаса утта 40-45 минут тирәһе бешә. Табынға ултыртҡанда теленгән ҡыяр, йәш кәбеҫтә япраҡтары һәм башҡа йәшелсәләр менән биҙәйбеҙ. Өҫтөнә майонез ярҙамында төрлө биҙәктәр эшләргә мөмкин. Бының өсөн майонезға ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ, төйөлган борос ҡушыла.
Читайте нас: