Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Февраль 2020, 18:05

Йоҡо килеү менән нисек көрәшергә?

Көндөҙгө йоҡо бер һүҙһеҙ, файҙалы. Әммә, серем итеп алырлыҡ мөмкинлек булмаһа һәм көндөҙ гел йоҡо килеп торһа нишләргә?

Белгестәр түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә:
Иң беренсе кәңәш - режимығыҙҙы юлға һалығыҙ. 8 сәғәттән дә кәм йоҡламау «алтын ҡағиҙә»гә әйләнһен. Төнгө йоҡо алдынан ике сәғәт алда гаджеттар менән ҡулланыуҙы сикләгеҙ, шулай уҡ үтә көслө яҡтыртҡысты һүндерегеҙ. Йоҡо гормондары үтә яҡты һәм яһалма яҡтылыҡта бүленмәй. Йоҡо урыны - эш урыны булырға тейеш түгел. Бер үк ваҡытта уянығыҙ һәм йоҡларға ятығыҙ. Төштән һуң саф һауала йөрөү һәм яратҡан хобби менән шөғөлләнеү йоҡо килеүҙе кәметер. Тулы ашҡаҙан, глюкоза менән инсулин матдәләр алмашыныуын боҙмаһын өсөн, киске ашты йоҡлар алдынан ике-өс сәғәт алда ашар кәрәк. Йоҡо алдынан алкоголле эсемлектәр ҡулланмаҫҡа кәрәк, сөнки ул нервы системаһын ҡуҙғыта. Физик активлыҡ көндөҙ йоҡо килеү теләген кәметә. Ярты сәғәтлек кенә тренировка йәки физкультура көс-ҡеүәт өҫтәр, кәйефегеҙҙе күтәрер. Ҡапҡылап алыу йәки ҡәһүә эсеү ҙә көндөҙ йоҡо килеүҙән арындырыр.
Читайте нас: