Даға ен-шайтандарҙан да һаҡлай.
Шайтан килмәһен өсөн,
Хәрәм кермәһен өсөн,
Тел-теш баҫмаһын өсөн,
Бәрәкәт ҡасмаһын өсөн, -
тип теләк һамаҡлайҙар. Ул даға яңы түгел, ә ат тояғынан төшөп ҡалған булырға тейеш, сөнки ҡатынан да ҡаты - ат тояғы ҡаты, тип һаналған.