► Батырйән Сабирйән улы, 2019 йылды ниндәй күрһәткестәр менән тамамланығыҙ? Район-ҡалала криминоген хәл торошо тураһында һөйләп китһәгеҙсе.
- Дөйөм алғанда, йыл ҡәҙимгесә үтеп китте. Бүлек тарафынан енәйәткә ҡаршы күрелгән саралар район-ҡаланың оператив хәл торошон контролдә тотоуҙы тәьмин итте.
2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса, район-ҡалала йәмғеһе 1474 енәйәт теркәлгән, был, 2018 йыл менән сағыштырғанда, 4,9 процентҡа әҙерәк. Туҡтатылған енәйәттәр һаны ла 7,8 процентҡа кәмегән. Енәйәттәрҙе асыҡлауҙың дөйөм проценты 67,1 процент тәшкил итә. 20 процентҡа үлтереү осраҡтары кәмегән. Былтырғы енәйәттәр барыһы ла асыҡланған. Үткән йылда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса ла маҡсатлы эш алып барылды. Бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан 145 наркоенәйәт асыҡланды. 97 енәйәт эше судҡа ебәрелде, шулар араһында 6 эш ойошҡан енәйәт төркөмдәренә ҡарата асылған. Дөйөм енәйәти урлашыуҙар һаны 441- гә еткән. Улар араһында транспортты урлап алып китеү, баҡсаларға төшөү кеүек енәйәт осраҡтары бар. Үлтереү менән янауҙың -113, һөжүм итеүҙең 2 осрағы теркәлгән. 30 кеше ҡоралын законһыҙ һаҡлаған. Иҡтисади енәйәттәр 26-ға еткән. 2019 йылдың, башҡа йылдарҙағы кеүек, иң ҙур проблемаһы - дистанцион мутлашыуҙарҙың 210 осрағы теркәлгән.
Йәмәғәт тәртибен һаҡлау йәһәтенән дә ыңғай үҙгәрештәр бар. Йәмәғәт урындарында ҡылынған енәйәттәр һаны - 48 осраҡҡа, урамдарҙа - 22, иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр һаны 35 осраҡҡа кәмегән.
Ә бына һаулыҡҡа зыян килтереү осраҡтары артҡан. Бындай енәйәттәр башлыса ғаилә мөнәсәбәттәре, аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында килеп сыға.
► Енәйәттәр һаны күпмелер осраҡҡа кәмеһә лә, мутлашыу осраҡтары, киреһенсә, артҡан. Был халыҡтың ышаныусан, бер ҡатлы булыуынанмы, әллә заман технологияларының алға китеп, мутлашыусылар өсөн мөмкинлектәр асылыуынан киләме?
- Эйе, 2018 йыл менән сағыштырғанда, 48 осраҡҡа күберәк. Мутлашыу осраҡтарын иҫкәртеү өҫтөндә эшләйбеҙ. 126 иҫкәрмә яҙылып, баҫмаларҙа сыҡҡан. Телевидение, Интернет ресурстары аша сығыш яһайбыҙ, түләү документтарында, коммуналь хеҙмәттәр ҡағыҙҙарында ла иҫкәрмәләр донъя күреп тора. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был енәйәт төрө кәмемәгән, киреһенсә, артҡан ғына. 2020 йылдың ғинуарында ғына 5 мутлашыу осрағы теркәлгән. Беҙ сәбәптәрен асыҡларға тырышабыҙ, мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итәбеҙ.
Район-ҡалала берәй хәл була ҡалһа, барыбыҙ ҙа ишетәбеҙ. Ә мутлашыу осраҡтарын күҙ уңынан ысҡындырып ебәрәбеҙ, шикелле. “Һеҙ, мутлашыуҙар төрө, осраҡтары тураһында хәбәрҙар инегеҙме?” тигән һорауға ла мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр ыңғай яуап бирә. Тимәк, мутлашыусылар тураһында күптәр белә. Ә шулай ҙа был тырмаға бер нисә тапҡыр баҫа. Кеше үҙ башынан үткәрмәйенсә белмәй шул.
Һуңғы мәлдә үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан мутлашыусылар артты. Улар банк картаһынан аҡса урлауҙары ихтималлығы, шуға уны икенсе иҫәпкә күсереү кәрәклеге хаҡында белдерә. Күп осраҡта мутлашыусылар Белореттыҡы түгел. Дондағы Ростов, Сочи, Мәскәү, Санкт-Петербург кешеләре, хатта холоҡ төҙәтеү колонияларында ултырыусылар мутлаша. Шуға ла бындай учреждениеларҙа элемтәне махсус томалаусы ҡорамалдар ҡуйыу буйынса закон проекты әҙерләнә. Хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре был юҫыҡта ла эш алып бара. Ҡала кешеһе тарафынан ҡылынған 5 осраҡ, Екатеринбург ҡалаһынан башҡарылған 2 енәйәт асыҡланды. Ҡалған мутлашыу осраҡтары Силәбе өлкәһенә барып тоташа. Аҡсаларын ҡайтара алған осраҡтар бар, әлбиттә. Мәҫәлән, Белорет кешеһенең эше судҡа ебәрелде. Мутлашыусы аҡсаны судҡа тиклем ҡайтарырға һүҙ бирҙе. Мутлашыусыға киткән аҡсаның иң ҙур күләме - 2 млн. һумдан ашыу.
► Бөтә республика менән эскелеккә ҡаршы көрәш астыҡ. Алкоголле, спиртлы эсемлектәрҙе һатыу буйынса ла талаптар ҡәтғиләште, ауылдарҙа айыҡ тормош алып барыу буйынса төрлө проекттар эшләй. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан да эштәр атҡарылалыр?
- Күп енәйәттәрҙең эскән килеш эшләнгәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. 2019 йылда законһыҙ спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәргә ҡарата ҙур эш атҡарылған. Йыл дауамында хоҡуҡ һаҡлау органдары сауҙанан 3236 литр алкоголле һәм спиртлы эсемлектәр тартып алған. Шулай уҡ алкоголдең законһыҙ әйләнеше өлкәһендә лә эштәр алып барыла. Енәйәт кодексының "Законһыҙ әйләнештәге спиртлы һәм алкоголле эсемлектәр тураһында"ғы 174-се статьяһына ярашлы, тәүге тапҡыр тотолғандарға протокол яҙыла, эсемлектәр тартып алына. Икенсе тапҡыр тотола икән, енәйәт эше ҡуҙғатыла. 2019 йылда 3 кешегә ҡарата енәйәт эше асылған. 94 протокол төҙөлгән, шуларҙың 39-ы - законһыҙ ваҡлап һатыу итеү, 6-һы - спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ ташыу. Алкоголь продукцияһын бәлиғ булмағандарға һәм тейешле ваҡыттан һуң һатыу буйынса 6 закон боҙоу осрағы теркәлгән. Бәлиғ булмағандарға һатыуҙың да 15 осрағы теркәлгән. Быйыл бер енәйәт эше ҡуҙғатылған да инде. Ул тыйыуға, иҫкәртеүгә ҡарамай, спиртлы эсемлектәрҙе һатыуын дауам иткән. Шулай уҡ 5 административ протокол төҙөлгән, шуларҙың икәүһе ҡаралған һәм 40 мең һумға штраф һалынған.
► Башҡортостанда бәлиғ булмағандарға снюстар, вейптар, тартыу ҡатнашмалары һатҡан өсөн граждандарға, вазифалы кешеләр, юридик берәмектәр өсөн төрлө кимәлдәге штрафтар ҡаралған. Ҡабаттан боҙған осраҡта штрафтар һаны бермә-бер арта. Яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары бәлиғ булмағандарға тәмәкеһеҙ изделиеларҙы һәм тәмәке тартыу яйланмаһын берәмләп һатыуҙы сикләгән закон ҡабул итте. Был талаптар сауҙа нөктәләрен бәлиғ булмағандарға снюстар һатыуын туҡтатырмы?
- Снюстар сауҙа нөктәләрендә һатыла. Беҙ уларҙы даими иҫкәртеп торабыҙ. Бәлки, талаптар ҡәтғиләшкәс, ирекле һатыу тыйылыр. Штрафтар ҙа ҙур ғына. Бынан тыш, уҡыу учреждениеларында иҫкәртеү эштәре алып барыла. Хеҙмәткәрҙәр йыйылыштарҙа сығыш яһай, класс етәкселәре менән осрашып һөйләшәләр.
Үҫмерҙәр енәйәте лә контролгә алынған, был йәһәттән эштәр алып барыла. 120-нән күберәк үҫмер, 184 ата-әсә бәлиғ булмағандар комиссияһында иҫәптә тора. 2019 йылда бәлиғ булмағандар тарафынан 35 енәйәт ҡылынған: 23 урлашыу, 2 машинаны урлау, 1 талау осрағы теркәлгән.
Әңгәмәнең тулы вариантын гәзиттең 11-се һанында уҡығыҙ.