Белореттан Гөлгөнә Бадалова заман менән бергә атлаған, шәхси эшен уңышлы башлап ебәргән тырыш, сәмле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.
"Бадаловский продукт" ит, ит ярымфабрикаттары етештереү цехы, уларҙы һатыу нөктәһе хужабикәһе, бәләкәй генә коллективҡа етәксе дәрәжәһенә еткәнсе лә Гөлгөнә Мөхәмәдйәр ҡыҙы эшҡыуарлыҡтың төрлө тармаҡтарында үҙен һынап ҡарай. Уға фатирҙар ремонтлау менән шөғөлләнергә, ҡала баҙарында кейем-һалым менән сауҙа итергә тура килә. Бер нисә йылдан үҙен эшҡыуарлыҡтың ауыл хужалығы тармағында һынап ҡарау ниәте менән яна башлай һәм ауыл ҡыҙы башкөллө эшкә сума. Ауыл халҡынан эре мал һатып алып, ҡала баҙарына килтереп һата. 1-2 йылдан баҙарҙа ит һатыу нөктәһен дә аса. Белорет һәм күрше райондар ауылдары халҡы менән тығыҙ бәйләнеш булдыра. Эштәр ҙә яйлап алға китә.
Баҙар шарттары, көнәркәшлек үҫешкән һайын талаптар ҙа ҡәтғиләшә. Йылҡы, һыйыр иттәре һәм ит үткәреп һатыу ҙа әллә ни килем килтермәй башлай. Уңышлы эшҡыуар, ғәҙәттә, яҡшы психолог булырға, кешеләр менән эшләй белергә тейеш. Гөлгөнә лә "Тормош - көрәш" тигән девизды күҙ уңында тотоп, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып ҡалмаҫҡа өйрәнә, уңышһыҙлыҡтар ҙа уны сәмләндерә генә. Тырыш эшҡыуар ассортиментын киңәйтергә ҡарар итә. Тултырма, ҡаҙылыҡ кеүек ит ризыҡтары ла урынында тултырылып һатыуға сығарыла. Даими һатып алыусылары ла күбәйә...
Бында ла әҙерәк шымарғас, ҡала баҙарының бер бүлмәһендә ит, ит ярымфабрикаттары етештереү һәм һатыу цехы асып ебәрә.
Ә эшләү өсөн бында бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған: туңдырғыс, ит бүлеү, үткәреү, ҡамыр баҫыу, йәйеү ҡорамалдары, ғөмүмән, бар кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгәндәр. Әле бер нисә ярҙамсыһынан торған бәләкәй генә коллектив әҙерләгән ит ризыҡтарын Белорет һәм яҡын ауылдар халҡы ғына түгел, күрше райондарҙан да теләп һәм маҡтап һатып алалар.
Етештереү цехында күп төрлө ит продукцияһы етештерелә, шул иҫәптән “Мосолман”, “Себер”, “Ҡабымлыҡ”, “Буйҙаҡтар”, сало-картуф, кәбеҫтә билмәндәре, ҡаҙылыҡ, тултырма, манты, кәтлит, фрикаделькалар, хинкали, голубцы, тултырылған борос һәм башҡа төр ит ризыҡтары бар. Эшҡыуар итте лә Белорет һәм күрше райондар ауылдары халҡынан һатып ала, был йәһәттән дә уның эше күптән яйға һалынған. Тик ауыл халҡы күп осраҡта һуғымлыҡ малын сит өлкәләргә осһоҙораҡҡа һатып ебәреүҙе хуп күрә, тип борсола эшҡыуар. Республикабыҙҙың иң ҙур районында әле һаман мал һуйыу цехтарының асылмауына, район-ҡалаға ошондай цехтарҙың берәү генә булыуына, ауыл халҡы малын сит өлкәләрҙән нисектер бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ алып китә алыуҙарына, ә урындағы эшҡыуарҙарға был йәһәттән ауырға тура килеүенә лә зарлана Гөлгөнә Мөхәмәдйәр ҡыҙы.
Цех заказдар буйынса ла ярайһы уҡ уңышлы эшләй. Туңдырылған ярымфабрикаттар ҡалала ғына түгел, Өфөнөң “Родное село” сауҙа нөктәләренә лә һатыуға сығарылған. 100 килограмға тиклем ит продукцияһы даими һатып алыусы өҫтәленә юллана. Әле Әбйәлил, Бөрйән райондары сауҙа нөктәләре эшҡыуарҙары менән бәйләнеш булдырылып, хеҙмәттәшлек ептәре нығытыла.
Әле лә, "Мин хәҙер оҫта" тип өлгәшелгән уңышы менән генә ҡәнәғәтләнеп, риза булып ултырмай Гөлгөнә Бадалова. Һәр ваҡыт төрлө курстарҙа белемен даими камиллаштыра, семинарҙарҙа ҡатнаша. Быларҙың барыһы ла үҙ өлкәһендә алдынғы оҫта булып ҡалырға ярҙам итә. Төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, семинарҙарға йөрөү көс һәм дәрт өҫтәй, иртәгәһе көнгә ышаныс та тыуҙыра. "Бәләкәй бизнес өсөн ҙур уйын" программаһында ла ҡатнашып, киләһе бер нисә йылға пландарын да ҡорған. Ә киләсәккә пландары ҙур, әлбиттә. Хыялы - тағы ла ҡеүәтлерәк производство асыу, ҡулланыусылар баҙарын тәмле-тәмле, бай ассортиментлы ит ризыҡтары менән тәьмин итеү.
Кабинетта ултырып ҡына етәкселек итеү тигән төшөнсәне күҙ алдына ла килтермәй Гөлгөнә Бадалова. Иртәнән кискә тиклем уның төп эш урыны - продукция етештереү цехы, ит, ит ярымфабрикаттары һатыу кибете. Бынан тыш, Әбйәлил, Бөрйән райондарына заказдарҙы таратып өлгөрөргә кәрәк бит әле.
Коллектив менән етәкселек итеү, балаларын тәрбиәләү, йорт эштәре менән бергә йәш ҡатын “тимер ат”ты ла йүгәнләй. Кәрәк икән руль артына ултырып, тейешле ергә заказдарҙы таратып килә лә тағы коллективының дөйөм хеҙмәт ритмына сума. Әлегә күрше райондарға заказдарҙы үҙе ташый.
Сауҙа кәштәләрендә ит ярымфабрикаттарының йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин. Тик ниндәй генә сағыу ҡаптарҙа, ниндәй генә реклама нигеҙендә һатылмаһын, үҙебеҙҙә етештерелгәненә барыбер етмәй икән. Хәҙер инде үҙ билдәһе булған "Бадаловский продукт" ит ризыҡтары ла шулай. Тейешле инстанцияларҙы лайыҡлы үткән, сертификацияланған ит ризыҡтарын күрше район ҡулланыусылары һатып алһа ла, белореттар үҙ сауҙа кәштәләрендә тәмле, сифатлы ит ризыҡтарын күрергә ашыҡмай әле. "Үҙеңдекен һайла - тыуған төйәгеңдә етештерелгәнен һатып ал" тигәндәй, Гөлгөнә Бадалова ла продукцияһын һатып алыусыларҙың артырына, хеҙмәттәшлек итерлек партнерҙары күбәйеренә ышана.
Әлеге көндә тырыш эшҡыуар ҡала баҙарының өсөнсө ҡатында тәмлетамаҡтар өсөн бәләкәй генә кафе ла асҡан. Бында ит ризыҡтарын тәмләп ҡарарға ла, һатып алырға ла мөмкин. Гөлгөнә Бадалова һәм уның бәләкәй генә коллективы етештергән тәмле ашамлыҡтар киләсәктә үтемле була икән, эш тағы ла алға китеп, ҡулланыусылар өсөн дә мөмкинлектәр киңәйәсәк.
Тулы материалды гәзиттең 13-сө һанында уҡығыҙ.