Тәүҙә картуфты таҙартып, турап, тоҙлап, борослап, тәмләткес һибәбеҙ. Һуғанды ярым түңәрәк итеп ҡырҡып, һарымһаҡты ваҡлап картуф өҫтөнә өҫтәйбеҙ, көнбағыш майы һалып бутап ебәрәбеҙ. Формаға һалып, 15-20 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ.
Артабан бауырҙы йыуып, киптереп, киҫкеләп, тоҙлап, борослап, көнбағыш майы һибеп бер нисә минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Шунан духовканан картуфты сығарып, май менән лимон һуты һибеп бауырҙы өҫтәйбеҙ. Фольга менән ҡаплап 15-20 минутҡа кире духовкаға ҡуябыҙ. Әҙер бауыр менән картуфты йәшеллек һибеп өҫтәләгә бирергә була.