Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Февраль 2020, 23:00

Ырым-ышаныуҙар:

- Яҙ еткәс, арба юлы төшмәҫ борон, йәш ҡолон күрергә кәрәк. Шул саҡта йыл буйы ҡолон шикелле еңел йөрөрһөң, һау-сәләмәт булырһың.- Ат һатҡанда, хужа һатып алыусыға уны йүгәне менән тоттора. Ҡото китмәһен, тип малды һарайҙан арты менән сығаралар.

- Һатҡан саҡта малдың ҡотон алып ҡалалар. Ҡурала ҡалған мал өҙөлмәһен өсөн, өс тапҡыр:" Ҡотоңдо алам", - тип ҡабатлап, һырт буйынан, һыйыр малы һатҡанда - мөгөҙ төбөнән өс тапҡыр берәр семтем йөнөн йолҡоп, ҡура егенә ҡыҫтыралар.
- Сәфәргә киткән кеше күрешмәйенсә китһә - тиҙ әйләнеп ҡайтып күрешеүгә, ти.
- Юлға сығыусы өйҙә үҙенең һынығын ҡалдырһа - тиҙ әйләнеп ҡайта.
- Сәфәргә китеүсенең артынан уҡ иҙән һеперергә ярамай.
- Юлға сығыр алдынан күнәктәргә мөлдөрәмә итеп һыу тултырып ҡуйһаң - юлың уңа.
Читайте нас: