Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Февраль 2020, 14:00

Аксессуарҙы нисек һайларға

1. Иң мөһиме – сама белергє кәрәк. «Бөтә булған иң яҡшы әйберҙәремде кейҙем» тигән тәьҫорат ҡалдырғығыҙ килмәйҙер бит? Аяҡ-ҡулығыҙҙағы һәр бармаҡты биҙәү артыҡ, ә бына алҡа менән беләҙек йәки алҡа менән муйынсаҡ тағыу бик килешле.2. Яңы йыл шыршыһына оҡшау кә­рәкмәҫ. Муйынға – ике алтын сылбыр, һәр бармағығыҙға ҡиммәтле ташлы балдаҡ таҡһағыҙ, аҡсағыҙ – мул, әммә зауығығыҙ наҡыҫ икәнлеге күренер.

3. Урын-ер һәм ваҡыт тураһында ҡабатлайыҡ: спорт залында һәм ҡомда ҡыҙынғанда алтын биҙәүес тағып йөрөүҙе ахмаҡлыҡ тип атаһаҡ та була. Ҡиммәтле нәмәләрҙе көндөҙ, эш урынында йөрөтөү бик килешмәһә лә, бөгөн ҡәҙимге күренешкә әйләнгән. Никах балдағына һәм муйынға сылбыр менән ярым ай йәки христиандарҙа тәре тағыуға ғына был ҡағылмай.
4. Ынйы биҙәүестәрҙе киске күлдәк менән кейәләр.
5. Киске күлдәк ҙур сумка менән иң ҡиммәтле сәғәтте лә инҡар итә.
6. Күҙлек кейһәгеҙ, бер биҙәүескә кәмерәк тағырға кәрәк. Йөҙ-бит тирәһендә биҙәүестәр һаны өстән дә артыҡ булырға тейеш түгел. Күҙлек янына алҡа һәм муйынға сылбыр тағыу урынлы булыр.
7. Күлдәктең муйын уйымына иғтибар итегеҙ. Өсмөйөшлө уйымға (V хә­рефе кеүек) кулонлы сылбырҙар килешә, ә водолазка өҫтөнән муйынсаҡ тағырға була. Ҡатмарлы яғалы блуза кейгәндә муйын­ға бер нәмә тағырға ярамай.
Читайте нас: