-6 °С
Болотло
Антитеррор
Вк
Ок
Телеграмм
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Февраль 2020, 13:00
Тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр
Бөҙрә баш Барый Баймаҡтан ҡайтҡас, билсәнде бөтөрәм тип, баҡсаһына барған. Бөгөлөп-һығылып, бар белемен биреп, билсәнде ботарлай башлаған, бер бөгөлөп, бер эйелеп йөрөй торғас, бахыр Барый билен бөтөргән, билсәнде бөтөрөргә булыш тип, Баныуҙы саҡырған. Барый менән. Баныу бөтөрөлөп-бөтөрөлөп билсән утағандар. Билсәнде бөтөрөрлөк булмаған. Бөҙрә баш Барый, бахыр Баныу был тиклем бөтөрөлгәнсе тип, бил яҙлыҡты рырға булған. Барыйҙың да, Баныуҙың да билдәре ҡатҡан, билһеҙ булып былар бөкрәйеп бер сәғәт ятҡан.Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа, Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.
Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке. Беҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?
Килгән Ғата, кейгән ҡата, Урам буйлап ләстит һата, Инде хәҙер көтөү ҡайта.
Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар-ҡар,
Бында еләк бар-бар-бар,
Тик яланы тар-тар-тар,
Еләк өҫтө ҡар-ҡар-ҡар.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин