Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Февраль 2020, 14:00

Әсә тураһында мәҡәлдәр

Әсә хаҡы – тәңре хаҡы.Әсә ҡулы – им.Әсәhеҙ ғаилә - hүнгән усаҡ .Әсә янында бала етем булмай.Әсәhен ҡәҙерләгән ҡәҙерле булыр.Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек.

Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер.
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта.
Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә.
Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын.
Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ.
Әсә күңеле балала, бала күңеле далала.
Әсәй - ҡаҙна, атай – еҙнә.
Бала ҡəҙерен əсə белер.
Телһеҙҙең телен əсəһе белер.
Үҙ əсəң бауырһаҡ, үгəй инəң — һарымһаҡ.
Атаһыҙ бала етем түгел, əсəһеҙ бала етем.
Əсə ҡуйыны тундан йылыраҡ.
Əсə йылыһы — ҡояш йылыһы.
Ағасына күрə алмаһы, əсəһенə күрə балаһы.
Бала шатлығы — əсə шатлығы.
Ата-əсə алғышы утҡа-һыуға батырмаҫ.
Ата-əсəһенə ҡəҙер күрһəтмəгəн — үҙе лə изгелек күрмəҫ.
Баланың ғəйебе — ата-əсəнеке.
Донъяла ата-əсəнəн башҡа бар нəмə лə табыла.
Астан үлһəң дə, ата-əсəңде ташлама.
Ир бала — ата-əсəгə таяу, ҡыҙ бала — өйгə яҡҡан буяу.
Атаны күреп ул үҫер, əсəне күреп ҡыҙ үҫер.
Читайте нас: