Иркен мискәлә йомортҡа менән шәкәр ҡомон яҡшылап болғатығыҙ. Һѳттѳң бер ѳлѳшѳн йылытып, тоҙ һалығыҙ һәм тәүге масса ѳҫтѳнә ҡойоп йәнә ентекле бутағыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашмаға аҡрынлап он ѳҫтәп, сода, тоҙ һалығыҙ, шыйыҡ май ҡойоғоҙ. Яҡшылап туҡығандан һуң, ҡалған һѳттѳ ѳҫтәп, миксер менән күпертеп алығыҙ. Ҡоймаҡтар майланған ҡыҙыу табала алтын тѳҫѳнә ингәнсе бешерелә.
Бындай ҡоймаҡ ѳсѳн 500 л һѳт, 2 йомортҡа, 2 стакан он, 1 а.ҡ. ҡоро сүпрә, 2 а.ҡ. шәкәр ҡомо, 1 с.ҡ. тоҙ, 1 с.ҡ. сода, шыйыҡ май кәрәк.
Һѳттѳ йылытып, уға он, шәкәр ҡомо һәм сүпрә ѳҫтәп, болғатығыҙ. Әсеткене ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйып тороғоҙ. Ҡатнашмаға тоҙ, шыйыҡ май, йомортҡа, бер аҙ шәкәр ҡомо ѳҫтәп, миксер менән яҡшылап туҡығыҙ. Ҡоймаҡтарҙы майлы ҡыҙыу табала ҡойоғоҙ.