Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Март 2020, 19:05

Ҡолаҡты һәм ишетеү һәләтен һаҡлау һәм яҡлау көнөнә ҡарата

3 март - Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы булдырған ҡолаҡты һәм ишетеү һәләтен һаҡлау һәм яҡлау көнө.

Был көндө медицина һәм волонтерҙар ойошмалары төрлө илдәрҙә ҡолаҡ сирҙәренә бәйле проблемалар булыуы тураһында һөйләй, аңлатыу эштәре алып бара.
Бөгөнгө көндә ҡолаҡ ишетмәү илдә иң киң таралған зәғифлектең сенсор формаһы тип һанала. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәте буйынса, ҡолаҡ ишетмәү менән яҡынса 360 миллион кеше ыҙалай.
Ҡолаҡ ауыртыуы балалар өсөн дә, ололар өсөн дә насар.
Отиттың ел һуғыуҙан, инфекциянан булыуы ихтимал. Йыш ҡына киҙеүҙән, киҫкен респиратор ауырыуҙан дауаланып бөтмәүҙең эҙемтәһе лә була. Ҡолаҡ ауыртҡанда мотлаҡ отоларингологка күренергә кәрәк. Ул антибиотиктар һәм махсус тамсылар ярҙамында ауырыуҙы дауалай. Иң мөһиме - уның хроник сиргә әүерелеүенә юл ҡуймаҫҡа. Халыҡ медицинаһында ла отитты дауалау буйынса яҡшы ысулдар бар.
1. Ҙур ғына һуғандың уртаһында соҡор эшләп, шунда бер балғалаҡ әнис орлоғо һалырға. Башын мамыҡ менән ябып, һуғанды мейестә (духовкала) бешерергә. Барлыҡҡа килгән һутты көнөнә 2-3 тапҡыр ҡолаҡҡа тамыҙырға. Балаларға 2-3, ололарға 5-7 тамсы.
2. Көнөнә ике-өс тапҡыр ауыртҡан ҡолаҡҡа яңы өҙөлгән базилик япрағы һутын тамыҙырға. Балаларға 2 тамсы, ололарға 7-10 тамсы. Япрағы гел генә булмауы ла ихтимал, был осраҡта дарыухананан әҙер майын һатып алырға мөмкин. Ҡолаҡҡа тамыҙғанда ул йылы (37 градус) булырға тейеш. Уны отиттың тәүге стадияһында ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайһы бер осраҡта ялҡынһыныуҙы баҫып, эренләүенә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә.
3. Өсҡат (бузина), һарыгүҙ (золототысячник) һәм ромашка сәскәһен эҫе һыуға манып, сепрәк туҡымаға урап, ҡолаҡҡа баҫырға мөмкин.
Читайте нас: