Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Март 2020, 13:00

Теште ниндәй щетка менән таҙартыу яҡшыраҡ?

Иң беренсе, щетканы дөрөҫ һайларға һәм уны өс ай һайын яңыртып торорға кәрәк.

Ғәҙәттә, улар йомшаҡ, уртаса һәм ҡаты ҡыллы була. Щетканың ҡылы уртаса ҡатылыҡта булһын. Йомшаҡ ҡыллыһы тешкә ултырған микробтарҙы, теш араһындағы аҙыҡ ҡалдығын таҙартып бөтөрә алмай, ә ҡаты ҡыллыһы теш ҡаҙнаһын, эмалде сыйып, зарарлауы мөмкин. Теште таҙартҡанда щетканы тешкә ҡаты итеп баҫым яһарға ярамай. Бер юлы телде лә таҙартыу – сәләмәтлек сығанағы.
Читайте нас: