Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Март 2020, 14:55

"Улым ғына иҫән булһа ине..."

“Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының иҫтәлекле билдәләре ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә тапшырыла.

...Ҡалтыранған ҡулдары менән билдәне һыйпап: “Их, улым ғына иҫән булһа ине...” - ти һәм күҙ йәштәренә ирек бирә әсә. Тамаҡҡа төйөр тығыла. Әлбиттә, бер награда ла уның ғәзиз балаҡайын алыштыра алмай. Шулай ҙа “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының “Һәләк булған ватанды һаҡлаусы ғаиләһенә” билдәһе - ҡыҙыу нөктәләрҙә һәм хәрби хәрәкәттәр зонаһында башын һалған хәрбиҙәрҙең туғандарына күрһәткән хөрмәттең бәләкәй генә бер өлөшө. Рәхмәт йөҙөнән тапшырылған, онотмауҙарын белдергән иҫтәлек билдәһе.
Ошондай билдәләрҙең береһе - 19 йыл элек хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рушан Дәүләтбаевтың Тимер юл ауылында йәшәгән әсәһе Фәриҙә Борхановаға бирелде. Почет билдәһен әле лә балаһын юғалтыу ҡайғыһынан арына алмаған Фәриҙә Кинйәбай ҡыҙына Белорет эске эштәр бүлегенең йәмәғәт советы рәйесе Людмила Денисова һәм личный состав менән эшләү буйынса бүлек начальнигы Эмиль Баҡыев тапшырҙы.
“Онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт инде. Рушан алсаҡ булды, дуҫтары күп ине, бейергә яратты улым. Иҫән-имен тыуған яғына әйләнеп ҡайтып, өйләнергә иҫәп тота ине. Өлгөрмәне...”, - ти әсә күҙ йәштәрен йотоп.
Ошо уҡ көндө Почет билдәһе йәшләй генә тол ҡалған Татьяна Хисмәтуллинаға юлланды. Татьяна Юрьевна ла ире тураһында тик яҡты иҫтәлектәр һаҡлай.
Читайте нас: