Лавр - мәңге йәшел ағас. Оҙонлоғо 18 метрға етә, 300-400 йыл йыл самаһы йәшәй. Ул йылы яҡта үҫһә лә һалҡынға сыҙам.Халыҡ медицинаһында лавр япрағының төнәтмәһен ҡандағы шәкәрҙе кәметеү сараһы итеп ҡулланалар. Төнәтмә былай әҙерләнә: 10 япраҡты 3 стакан ҡайнар һыуға һалып ҡайнатмайынса ғына 2-3 сәғәт томалап төнәтәләр ҙә көнөнә 3 тапҡыр ярты стаканлап эсәләр.