Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2020, 19:41

Башҡорт аты һәйкәлгә лайыҡ!

Ботай ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы үткән “Аты барҙың дәрте бар” байрамында булып ҡайтыуға байтаҡ ҡына ваҡыт үтһә лә, ундағы аттар әле булһа күҙ алдында. Ауыл урамдары буйлап матур итеп биҙәлгән кашауай санаға егелгән йылғыр аттарҙа елдергәндә аттар менән бәйле бала саҡ, йәшлек йылдары иҫкә төштө, уйҙарға сумдырҙы…

Мин Күбәләк ырыуы вәкилдәре йәшәгән Абҙаҡ ауылы ҡыҙы. Беҙҙең ғаиләнең "Машка" ҡушаматлы бейәһе бар ине (элек ниңә малды рус ҡушаматы менән атағандарҙыр инде, әле булһа аптырайым). Шул тиклем аҡыллы, эшсән, түҙемле ине малҡай. Атайым Әхмәҙулла Суфьянов уҡытыусы булды. Әммә уға эш хаҡын аҡсалата бик һирәк түләгәндәр. Хатта Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында уҡытыусыларҙың ғаиләләренә эш хаҡы урынына берәр кило һоло таратҡандар, был арҡылы аслыҡтан ҡотолоп ҡалыуҙарын әсәйем әле булһа ла илап һөйләп ала. Һуғыштан иҫән ҡайтҡас, ғаиләһен аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн, атайым урлап ҡына ҡырҡҡан утынды, йә бесәнде ат менән Белорет заводына алып барып һатып, көн күрерлек аҡса эшләгән. 1947-1948 йылдарҙа илдә ҡот осмалы аслыҡ хөкөм һөргән бит.
Буранлы март айы, әсәйем бәпәйләргә ауырый икән. Тик өйҙә бер ҡабым ризыҡ юҡ, ти. Шул саҡ ишек асылып китә лә тоҡ күтәргән атайым килеп инә. Унан: “Минең ҡыҙым тыуамы, улыммы, бәхетле булыр, үҙ ризығы менән тыуып килә”, - тигән ҡыуанып. Баҡһаң, атайым таң менән Машкабыҙҙы егеп заводҡа йөк менән китеп барғанда юлда тоҡҡа тап була. Эсен асып ҡараһа, унда бер биҙрәләй бойҙай менән бешкән икмәк ятҡан була. (Урал тауы башынан ялан яғына китеп барғанда берәй урыҫтың санаһынан төшөп ҡалған булғандыр инде.) Тап шул көндө мин тыуғанмын. Аллаға шөкөр, шуға ла бәхетлемендер, атайым бәхет юраған бит.
Ул йылдарҙа бейәбеҙ ғаиләбеҙ ағзаһы кеүек ине. Бер саҡ Машкабыҙ юғалды ла ҡуйҙы. Башҡорт ат йәнле бит ул, эҙләй торғас, илашып та бөттөк. Көҙ еткәс кенә йәй буйы юғалып торған атыбыҙ ҡолонон эйәртеп ҡайтып инде. Нисек ҡыуанғаныбыҙҙы әйтеп тораһы ла юҡ.
…Йәй көндәрендә Ҡырҡты тауы башында ҡуна ятып бесән әҙерләгән саҡтарыбыҙ әле лә иҫемдә. Ул тиклем бейеклеккә нисек итеп ат менән менгәндәрҙер, иҫ китерлек. Ә инде тауҙан төшкәндә тәгәрмәстәргә тормоз ҡуйыр инек. Шул тау башында мин һыбай йөрөп ата-бабаларҙың йәйләүен күҙәтер инем. Улар ғаиләләрен дошмандан ҡурсып шулай бейектә йәйләгәндәрҙер инде. Атайым көслө тауышлы йыраусы ине. Кистәрен Ҡырҡты башында башҡорт халыҡ йырҙарын көйләүе үҙе бер ваҡиға ине. Ул тауҙан бөтә тирә-яҡ ус аяһындай күренә, хатта атайым, Мәғнит ҡалаһының уттары емелдәй, тиер ине. Атайым гүр эйәһе булғас, урам баҡсаһының рәшәткәһенә башын терәп, эре күҙ йәштәре менән илап торған бейәбеҙҙе күреп, бөтә Абҙаҡ ауылы халҡы иңрәне.
Үҫеп етеп, уҡып сыҡҡас, Ботайҙан алыҫ булмаған Беҙәк-Әхмәр ауылына килен булып төштөм. Иптәшемдең ғаиләһендә "Булат" ҡушаматлы тай үҫә ине. Ауылда ул ваҡытта оло инәйҙәрҙең, апай-еңгәләрҙең һыбай йөрөүе ғәҙәти күренеш. Мин бала саҡтағы ише тағы ҡыуанып тайҙы һыбай менеп йөрөй башланым. Булатты һуғарам, Туҡанға ла барып ҡайтам. Хатта бесән ваҡытында күбә тарттырыу кеүек эште лә иптәшем миңә тапшыра ине. Бына шулай, мин бала саҡтан ике тәгәрмәсле мотоциклда ла, һыбай ҙа йөрөнөм. Ҡыҫҡаһы, малайҙар кеүек шуҡ булдым. Шул холҡом әле етмеш йәште ашатлаһам да, "тимер ат"ты йүгәнләргә ярҙам итәлер инде.
Әлхәмдүллилаһи, заманалар үҙгәрә. Атты хәҙер ҡыҙыҡ өсөн генә аҫрарға ҡалды кеүек. Бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙың йән дуҫы булған йән эйәләренең абруйын кире ҡайтарыу йәһәтенән ат сабыштары, ат менән бәйле бүтән төрлө байрамдар үткәреү, халҡыбыҙҙың кәсеп-шөғөлдәрен күрһәтеү бик тә кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышында ат өҫтөндә ҡылыс күтәреп фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ташланырға батырсылыҡ иткән ир-егеттәребеҙҙе, шайморатовсыларыбыҙҙы һис оноторға ярамай. Башҡорт аты һәйкәлгә лайыҡ!
Зөбәржәт СУФЬЯНОВА.
Белорет ҡалаһы.
Фото интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: