Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Март 2020, 17:00

Битлектәр үҙебеҙҙә тегелә

Коронавирус инфекцияһы барлыҡ илдәрҙә лә бығаса бер ҡасан да булмаған шау-шыу тыуҙырҙы. Хатта дарыуханаларҙа тулып ятҡан медицина битлектәре тиҙ арала һатылып бөттө. Был хәл беҙҙең ҡаларайонда ла килеп тыуҙы. Социаль селтәрҙәр ҙә тик ошо туралағы мәғлүмәт менән тулды.

Ауырыу эләктермәҫ өсөн коронавирусҡа ҡаршы профилактик сараларҙың береһе - кеше күп йөрөгән ерҙәрҙә һәм эш урынында битлек кейеү. Ошо йәһәттән Башҡортостан территорияһында һәм беҙҙең ҡалала ла медицина битлектәре етештереү өсөн тегеү предприятиелары етәкселәре менән район хакимиәтендә һөйләшеү булды. Үткән аҙна аҙағында уҡ ҡала-райондың “Гүзәл” туҡымалар салоны цехында (Точисский урамы, 23), “Ағиҙел” (Точисский урамы, 23), “Швейник” магазины (Косоротов урамы, 38), “Сезон” ательеһы (Косоротов урамы, 38), “Барыһы ла һеҙҙең өсөн” ателье-магазины (Тирлән ауылының Беренсе май урамы, 18) битлектәр тегә башланылар. Һатыуҙа улар бар. Был битлектәрҙе күп тапҡыр ҡулланырға була, йыуырға, үтекләргә мөмкин, сифаты яҡшы. Район хакимиәте тарафынан үҙебеҙҙә тегелгән битлектәрҙең хаҡы күҙәтеү аҫтында.
“Гүзәл” туҡымалар салоны цехында уларҙы төрлө төҫлө, сәскәле туҡымаларҙан тегәләр.
- Тик сифатлы материал ҡулланабыҙ. - Коронавирус инфекцияһы барыһының да күңеленә шом һалды, ә беҙ кешеләргә матурлыҡ бүләк итәйек, кәйефтәрен күтәрәйек тип битлектәрҙе биҙәкле туҡыманан тегәбеҙ. Хаҡы - 25 һум.
Әлеге ваҡытта уҡыу йорттары, учреждениеларҙың заказын үтәйбеҙ. Ике көн эсендә 620 битлек тектек. Барыһын да һатып алдылар. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә тегәбеҙ. Битлектәргә ҡытлыҡ булмаҫ тип уйлайым, - ти салон хужабикәһе Резеда Сайдарова.
Читайте нас: