Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Март 2020, 15:35

Магазиндарҙа аҙыҡ етерлек

Коронавирусҡа бәйлеме был, әллә долларҙың үҫеүенәме, магазиндарҙа һатып алыусылар ярма һәм макарон изделиеларын, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡтүлекте күпләп һатып ала башланы.

Телевизорҙан, Интернет селтәрҙәренән күрһәтелгән магазиндарҙағы ығы-зығы, буш кәштәләр төшөрөлгән тапшырыуҙар кешеләрҙә аңлашылмаусанлыҡ, ҡурҡыу тыуҙыра, ә телефонға ебәрелгән яҙмалар былай ҙа төрлө шиккә бирелергә торған оло быуын кешеләрен тамам хәүефкә һалды. Нимә һуң был? Яһалма ығы-зығымы, әллә халыҡта шулай паника тыуҙырыумы? Ә беҙҙең ҡалала хәлдәр нисек тора һуң?
Үткән йома район хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙарын анализлау һәм прогнозлау секторы мөдире Лилиә Кирсанова, “Урал” гәзите, Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре ҡалала урынлашҡан күмәртәләп һатыу келәттәренә һәм магазиндарына рейд яһаны, етәкселәре менән һөйләште.
Күмәртәләп һатыу предприятиеларының өс етәксеһе лә килеп тыуған хәлгә әллә ни борсолоу белдермәй. Шәхси предприятие етәкселәре Н.Н. Ишмөхәмәтова, Т.Г. Тюльпанова, А.Р. Муллағәлиева әйтеүенсә, келәттәрҙә аҙыҡ өс айға етерлек. Һәр ваҡыттағыса запас менән эшләйбеҙ, ти улар. Башҡа ваҡыттар менән сағыштырғанда, ошо көндәрҙә һатып алыусылар күберәк. Бигерәк тә оло быуын кешеләре ярма, он, макарон, сәй, тоҙ, шыйыҡ май кеүек аҙыҡ-түлек ала. Был иһә коронавирус менән түгел, ә долларҙың күтәрелеүенә бәйлелер. Оло кешеләр бик һаҡсыл, запас менән йәшәп өйрәнгән. Ә келәттәргә аҙыҡ-түлекте көн һайын ҡабул итеп, магазиндарға оҙатып торабыҙ. Бер продуктҡа ла ҡытлыҡ юҡ. Н. Ишмөхәмәтова әйтеүенсә, әлегә шәкәргә хаҡ 32 һумдан 35 һумғаса күтәрелгән. Шулай уҡ ҡарабойҙай яңы хаҡ менән киләсәк. Әлегә магазиндарға ебәрелгән был ярма төрө элекке хаҡ менән һатыла.
Халыҡ күпләп йөрөгән “Магнит”, “Пятерочка” федераль селтәргә ҡараған һатыу нөктәләре, “Ярмарка” тѳбәк селтәр магазины, урындағы шәхси эшҡыуар С.И. Точилкинаның “Маяҡ”, шәхси эшҡыуар Н.В. Йомағужинаның “Скатертьсамобранка” магазиндарында барлыҡ тауарҙар ҙа етерлек һәм бер ниндәй ҙә ығы-зығы һиҙелмәй. Он да, төрлө ярмалар ҙа, сәйшәкәр ҙә кәштәләрҙә тулып ята.
Шуның өсөн район халҡына әллә ни борсолорға сәбәп юҡ.
Читайте нас: