Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Март 2020, 15:30

"Йырҙар мине алға әйҙәй"

Яҡташыбыҙ, Абҙаҡ ауылы ҡыҙы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова бөгөн Өфө Башҡорт дәүләт филармонияһында 70 йәшлек юбилейына арналған “Онота алмайым” тип аталған ижад кисәһен үткәрә.

- Мине сәхнәгә яҡташым, композитор Абдулла Хәлфетдиновтың “Алтын балдаҡ” йыры сығарҙы һәм йырсы итте, - ти ул. - Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡыған сағымда Абдулла Хәлфетдинов Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә яҙған йырын күрһәтергә мине эҙләп килгән. Һеңлем, тине ул, йырлағаныңды ишеттем. Ошо йыр һиңә бик килешер. Фортепианола уйнап ишеттергәс, йыр бик оҡшаны. Йырҙы сығарҙыҡ. Икенсе көнөнә “Алтын балдаҡ” халыҡ араһында таралып өлгөрҙө. Зәйнәб Биишева ла бик ҡыуанды. Уның күҙҙәренә йәш алып, рәхмәт Абдуллаға, рәхмәт, Роза аҡыллым, һиңә, тип ҡыуаныуҙары һаман күҙ алдымда. “Алтын балдаҡ”тың тарихы шулай башланды. Был йыр хәҙер 40 йыл яңғырай һәм һаман да популярлығын юғалтмай. Сөнки ул йыр мөхәббәткә мәдхиә. Ул ваҡытта баянда Редик Фәсхетдинов уйнаны. Ул мәшһүр баянсы булып танылды, юғары исемдәргә лайыҡ булды. Бына шул буй етмәҫлек шәхес баянда уйнаны мин йырлағанда. Халҡымдың оло шәхестәре, юғары исемдәр яулаған кешеләр тормош юлымда, яҙмышымда бүләк булды. “Алтын балдаҡ” йыры ғүмерлек йырым булып ҡалды. Тормошомда һәр саҡ үҙемә оҡшаған, йөкмәткеле, кешеләрҙең күңеленә үтеп инерҙәй йырҙарҙы йырларға тырыштым. “Һин ултыртҡан муйыл”, “Аҡсарлаҡ” - былар инде Абдулла Хәлфетдиновтың мәңге һүнмәҫ моңдары. Ғөмүмән, ижад юлымды “Зөлхизә”, “Сывай ҡашҡа”, “Түрәкәй”, “Һары ла сәс” кеүек халыҡ йырҙары, популяр, халыҡ яратҡан Х.Ф. Әхмәтов, З.Ғ. Исмәғилев, Ә.Т. Кәримов, Т.Ш. Кәримов, Р.В. Сәлмәновтың романстары, эстрада йырҙары биҙәне.
Абҙаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап, Роза Аҡкучукова Өфө музыка-педагогия училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1972 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында вокалсы булып башлай һәм ижади тормошо йырсылар мәккәһенә әйләнгән филармонияла үтә. Әлеге ваҡытта Роза Сабирйән ҡыҙы филармонияла администратор-ойоштороусы булып эшләй.
- Йырҙан илһам алыу - йәшәүемдең мәғәнәһе. Сөнки үҙемде белә-белгәндән алып йырға тартылдым. Ауылда, тәбиғәт ҡосағында, атайым-әсәйем янында иркәләнеп кенә үҫтем. Ғаиләлә биш малай араһында бер бөртөк кенә ҡыҙ баламын. Барыһы ла мине яратып ҡына торҙо. Был йылы мөхит әле лә дауам итә, туғандарым менән бик татыу, аралашып йәшәйбеҙ. Байрамдарымда һәр саҡ рауза сәскәһен бүләк итәләр. Үҙемдең дә иң яратҡан сәскәләрем.
Тормош иптәшем менән филармонияла таныштым. Ул да ижад кешеһе ине. Ирем Фәрит Шәйхетдинов (Бағанай) мине яратып, һәр саҡ Розочкам тип йөрөтөр ине. Фәрит Ғилметдин улы менән беҙ ҡыҙыҡлы проекттар эшләнек, күп гастролдәрҙә йөрөнөк... Матур ғүмер юлы кисерҙек. Тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды.
Әсәйем Нажия, атайым Сабирйән Аҡкучуковтар ғаиләһе бик татыу, ауылда күренекле, абруйлы ғаиләләрҙең береһе булды. Ағайҙарым, ҡустыларым да етәксе урындарҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡтылар. Уларҙың барыһына ла мин бик рәхмәтле, сөнки берҙән-бер улым Русланым да бала саҡта улар ҡулында, улар тәрбиәһендә үҫте. Ирем менән икебеҙ ҙә йәш саҡта, бик популяр ваҡытта сәхнәнән төшмәнек. Йыш гастролдәрҙә йөрөнөк. Шуға ла 9 айлыҡ баланы ауылға ҡайтарып ҡуйҙыҡ. Руслан V класты тамамлағансы ауылда йәшәне. Һағынһаҡ, тиҙ генә күстәнәстәр, бүләктәр алып ҡайтып етер инек. Фәрит бик талапсан, иғтибарлы кеше булды. Ҡайҙа ғына гастролдәрҙә булһа ла, һәр ваҡыт бик затлы бүләктәр алып ҡайтыр ине. Ул ваҡытта кейем дә дефицит ине бит.
Ә бына улыбыҙ Русландың яҙмышын сәхнә менән бәйләргә тырышманыҡ. Йөрәгем менән сәхнә кешеһе икәнен аңлаһам да, ныҡлы һөнәр алыуын теләнек. Ҡан барыбер тарта бит инде. Ике яҡтан да ижад кешеләребеҙ. Ул да бәләкәйҙән сәхнәне үҙ итте. Йырларға яратты. Әле лә йырлай. Университетта уҡығанда уҡ һәләтле дуҫтары менән “Илгиҙәр” төркөмө ойоштороп ебәрҙеләр. Беҙҙең менән район-ҡалалар буйлап күп йөрөнөләр. Халыҡ уларҙы шундуҡ үҙ итте, яратты. Егеттәр дан һурпаһын бик тиҙ татыны. Эске эштәр министрлығы конкурстарында Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта сығыш яһап, еңеүсе дипломдарын алдылар. Ошо йүнәлеш уны ныҡ тарта башлағас, эшенә, уҡыуына зыян килмәһен тип, сикләргә тура килде.
Руслан Фәрит улы Шәйхетдинов бик һәләтле йырсы. Буш ваҡыттарында йырҙан айырылмай. Ҡатыны, Бөрйән ҡыҙы Рәзилә менән матур йырҙар яҙалар, төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар.
- Киленем бик уңған, һәләтле режиссер, продюсер. Ғаиләбеҙҙә ике ейәнем үҫеп килә. Батырхан, Баязит өсөн ҡыуанып бөтә алмайым. Бик матур балалар.
Яҙмыш күңелдәре яғынан оҡшаш кешеләрҙе бер һуҡмаҡтан йөрөтә. Тормош диңгеҙенең бер тулҡынында ғына иркәләнеп йөҙөргә тура килмәне миңә. Бик бейеккә күтәрелеүҙәр ҙә, упҡынға осҡан ваҡыттар ҙа булды. Популярлыҡ ул ғүмер буйы дауам итмәй, кинәт кенә тамашасының күңеле һүрелеп киткән ваҡыттар ҙа була. Бейеклектәр яҡтылығын тотоу бик ауыр. Тамашасы ялҡып киткән мәлдәрҙә, бер аҙ юғалып, көс йыйып, яңы йырҙар, программа туплап, яңынан балҡыған ваҡыттар ҙа аҙ булманы. Ләкин үҙемде бер ҡасан да йәлләмәнем. Һәр ваҡыт ниндәйҙер бер көс ярҙам итә килде. Мин үҙем бик баҫалҡы холоҡло кеше. Күп һөйләргә яратмайым, тыңларға яратам. Һәр эште төптән уйлап ҡына хәл итәм. Йырҙарыма килгәндә лә шулай. Сәхнә кешеһе булһам да, дуҫтарым да күп түгел. Йырҙарымды һайлаған кеүек, дуҫтарҙы ла һайлап ҡына ҡабул итәм. Әлеге ваҡытта администратор булып эшләһәм дә, эшемде бик яратам. Ойоштороу һәләте миндә бар. Үҙем һәр ваҡыт алға ынтылам. Дуҫтарым ижадсы, композитор Нурия Абдуллина, билдәле баянсы, аранжировщик Илшат Яхин менән яңы йырҙар ижад итәбеҙ. Улар мине ҡанатландырып алға әйҙәй. Эштән бушаған ваҡыттарҙа үҙемде саҡырған, ижадымды яратҡан тамашасылар алдында концерттар ҡуябыҙ. Ижад йүнәлештәрен тойомлау һәләте лә бар миндә. Тулы тормош эсендә ҡайнап йәшәйем. Аллаға шөкөр, мине аңларҙай, эс серемде сисерҙәй ысын дуҫтарым бар. Улар араһында Фәниә Әхмәҙулла ҡыҙы Ишбулатова. Беҙ уның менән айырылмаҫ дуҫтар.
Һәр ваҡыт алға ынтылдым. Тормошҡа айыҡ ҡараш менән ҡарап, хыялыма, репертуарыма, йырҙарыма тоғро булдым. Республикама күберәк хеҙмәт итеп ҡалғым килде.
Эйе, Роза Аҡкучукованың үҙенсәлекле моңло тауышы тамашасы күңеленә хуш килә. Емешле ижады өсөн Роза Сабирйән ҡыҙы БАССРҙың атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән исемдәргә лайыҡ була. Яҡташыбыҙға һәм Белорет районы халҡының яратҡан йырсыһына мәртәбәле юбилейы айҡанлы һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаиләһенә именлек теләйбеҙ.
Читайте нас: