Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Март 2020, 16:00

Миңдәр нимә тураһында һөйләй?

Миңдәр нимә тураһында һөйләй?Улар кеше яҙмышына туранан-тура йоғонто яһай, ти белгестәр.

Ысынлап та шулаймы? Һеҙ ҙә һынап ҡарағыҙ.
Маңлайҙың өҫкө өлөшөндәге миң кешенең лидер булыуын күрһәтә.
Ике ҡаш араһындағыһы эшһөйәрлек, көс-еүәт тураһында һөйләй.
Бит осондағы миң - һөйкөмлөлөк билдәһе. Бындай кешеләр уйламайынса рәнйетергә лә мөмкин, әммә уларҙы барыбер яраталар.
Танауҙағы миң киләсәген уйламаусыларҙа була. Улар бөгөнгө көн менән генә йәшәй.
Эйәктәге миң - көслө кешеләргә хас билдә. Улар йәмғиәттә абруй яулай. Ирендәр өҫтөндәге миң һул яҡта урынлашҡан икән, тимәк, был кеше ысын күңелдән ярата белә. Улар тормошон ғаиләһенә бағышлай.
Уң яҡта икән - һаранлыҡ, рәхимһеҙлек билдәһе.
Читайте нас: