Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Март 2020, 12:00

Һындырманы золом-йәберҙәр...

Ғәҙәттән тыш шиксел, рәхимһеҙ Сталин ғали йәнәптәренең үҙ халҡына ҡарата ҡулланған ҡот осҡос иҙгенлеге - сәйәси золом илебеҙҙең бер мѳйѳшѳн дә урап үтмәне. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, “Ҙур террор” (1937-1938) йылдарында СССР-ҙа 1 344 923 “халыҡ дошманы” ҡулға алынған, 681 692-һе - атып үлтерелгән. Башҡорт АССР-ында иһә репрессия тотҡонлоғона 50 меңдән ашыу кеше эләккән...Тотош ҡәүемдең яҙмышын пыран-заран килтергән ул замандың касафатын барлап, әле һаман йөрәк һыҙа. Эйе, Иҙел башында ла нахаҡҡа хѳкѳм ителгәндәр бихисап. Абҙаҡ ауылы ағинәйе Хәлимә Әхмәт ҡыҙы ХЫЗЫРОВА һѳйләгән ғаилә тарихында ла, ана, күпме михнәт, күҙ йәше. Сталин фармандарын үтәүсе ҡуштандарҙың ҡанһыҙлығына, намыҫһыҙлығына шаһит ҡайны-ҡәйнәһе - Фатима Камали ҡыҙы менән Нәсибулла Харрас улы Харрасовтарҙың залимлыҡ осоронда күргән-кисергәндәрен бѳгѳн гәзит уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итмәксебеҙ...

- Ҡәйнәм Фатима Камали ҡыҙы сығышы менән Кәртәле ауылыныҡы ине. Уның ата-әсәһе эш асыу ниәте менән Кушнаренко районынан был яҡтарға күсеп килгән. Алдынғы ҡарашлы, мәҙәниәтле кешеләр булған улар... - тип һүҙен башланы Хәлимә Әхмәт ҡыҙы.
...Тѳҫкә-башҡа һылыу, нәзәкәтле Фатима Шығай ауылына хәлле генә ғаиләгә килен булып тѳшә. Бер йыл тирәһе торғас, ғаилә башлығы Сәғитте кулаклыҡта ғәйепләп, ҡулға алалар. Ҡәйнәһе: “Килен, бәләкәй бала менән ыҙаларһың, ваҡытында ҡасып ҡал. Кулактар менән йәшәмәйем, тип ҡайтты ла китте тиербеҙ”, - тигәс, Фатима арлы-бирле әйберҙәрен йомарлап, ѳс айлыҡ Раузаһын күкрәгенә ҡыҫып Кәртәлегә юллана.
Урман буйлап ҡаса-боҫа ѳс кѳн, ѳс тѳн бара ул. Аслыҡтан хәлһерәп, ҡолар сиккә еткән йәш ҡатын ҡулында тыммай илаған зәңгәр күҙле, һары сәсле бәләкәсен, әллә ҡалдырып ҡына китәйем микән, тип тә уйлай, әммә был ҡылығынан һуң йѳрәгенең ярылырын тойомлап, йәнтәслимгә атлауын дауам итә...
Күпмелер ваҡыттан һуң, ағас эшкәртеү хужалығында бил бѳккән Фатима Нәсибулла Харрасовҡа тормошҡа сыға. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы Салауат, Булат исемле малайҙар донъяға килә...
- Ҡәйнәм һѳйләүе буйынса, Нәсибулла Харрасов юғары белемле, ғәжәп аҡыллы, тәртипле кеше булған, хатта тѳшкѳ ашҡа ла иҫкәртмәйсә ҡайтмаған, - ти ҡайныһы тураһында Хәлимә Хызырова.
Үкенескә ҡаршы, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, сабыйҙары ѳсѳн ѳҙѳлѳп торған Фатима менән Нәсибулла бала ҡайғыларын күп кисерә. Телмәйҙә йәшәгән саҡтарында дизентерия сиренән Рауза, Салауат, Булат вафат була. Нисек кенә күтәрерҙәр ине был ауыр хәсрәтте, әгәр ҡулдарында бер аҙналыҡ сабый ҡалмаһа... Балаға, үлгән улдары иҫтәлегенә, Булат тип исем ҡушалар...
- Әлеге фажиғә хәтеренә тѳшкән һайын, ҙурайып бѳткән мәрхүм ҡыҙының фотоһүрәтенә ҡарап, Шығайҙан Кәртәлегә ҡасҡан саҡта урманда ташлап китһәм дә былай үкенесле булмаҫ ине, тип ҡәйнәм иланы ла ултырҙы... - ти ауыр кѳрһѳнѳп ағинәй.
Шул йылдарҙа, леспромхоз бѳтѳрѳлѳү сәбәпле, Харрасовтар Белоретҡа күсә. Ѳс кешенән торған ғаилә Калинин урамында тѳпләнә. Эш рәтен белгән, вазифалы урындар биләгән, Муса Мортазиндың отрядында командир булып йѳрѳгән алдынғы ҡарашлы Нәсибулланы тар күңелле әҙәмдәр күрә алмай. 1937 йылдың 1 ноябрендә, нахаҡ ғәйепләүҙәр арҡаһында, тик дѳрѳҫлѳк, ғәҙеллек ѳсѳн кѳрәшкән ВКП(б) ағзаһына “халыҡ дошманы” мѳһѳрѳ һуғыла... Ә инде 1938 йылдың 11 июлендә ил, кешеләр яҙмышы тип йән атҡан ир аҫылын үлем язаһына хѳкѳм итәләр. Шул рәүешле Фатиманың ҡыҫҡа ғүмерле ғаилә тормошо йәнә селпәрәмә килә...
- Харрасовтарҙың Сермән ауылында торған алты мѳйѳшлѳ йорто, ни ғиллә менәндер, лесхоз балансына күсерелгән. Ире ҡулға алынғас, 1938 йылға тиклем ул ѳйҙә ҡәйнәм менән Булат та йәшәгән. Иҙел буйында ултырған ҡуш тирәкле, бүрәнә ҡоймалы ҙур йорт ине, заманында уны ашхана итеп тә ҡулландылар, тип һѳйләй торғайны ул... - ти Хәлимә Әхмәт ҡыҙы.
Торлаҡһыҙ-ниһеҙ ҡалған тол ҡатынтын тәүҙә ҡайнылары менән тора. Әммә бер аҙҙан әсәһе янына - Абҙаҡ эргәһендәге Аҡташ тигән утарға күсенә. 1941 йылда Самат Хызыров исемле кеше һоратып килгәс, атайһыҙ үҫкән Булатыма терәк-таяныс булыр, тип Фатима тәҡдимде кире ҡаҡмай.
Бәһлеүән кәүҙәле, физик яҡтан ғәйәт кѳслѳ Саматты һуғышҡа алмайҙар - Орск ҡалаһына трудармияға ебәрәләр. Һыйыр тотоп, май йыйып, алыҫ араға ризыҡ ташыған ҡатыны тураһында: “Әгәр Фатимам мине ҡарамаһа, аслыҡтан, ауыр эштән миктәп үлер инем. Һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап күпме үтендем, юҡ, рѳхсәт бирмәнеләр бит”, - тип әйләнгән һайын иҫләр булған ул аҙаҡ. Һуғыш тамамланғас, Самат Хызыровтың фиҙаҡәрлеге “Бѳйѳк Ватан һуғышындағы маҡтаулы хеҙмәте ѳсѳн” тигән миҙал менән баһалана.
1946 йылдар тирәһендә, егеүле арбаға һеңлеһен ултыртып, Шығайҙан Фатиманың тәүге ире Сәғит килә. Бикәсенең, “Еңгәү, әйҙә ҡайтайыҡ, ағайым арба янында кѳтѳп тора”, тиеүенә, баламды әллә яратыр, әллә юҡ, тип, Фатима баш тарта. Билдәле булыуынса, һуңынан ул ир мордва ҡатынын алып, Белоретта Мата буйында йәшәгән...
Фатима менән Саматтың уртаҡ балалары булмай. Шуғалыр, ахырыһы, Самат Булатты үҙ улылай яҡын күрә. Малай беренсе класҡа барырға булғас, документтарға ул үгәй улын Хызыров Булат Саматович тип яҙҙырта...
Нахаҡҡа ҡулға алынып, үлем язаһына тарттырылған Нәсибулла Харрасовты 1959 йылдың 27 ғинуарында аҡлайҙар. Уның барлы-юҡлы мѳлкәтен юллауға ирешһәләр ҙә, Сермән ауылындағы ҡуш тирәкле йортто кире ҡайтара алмайҙар. Ѳй йәһәтенән ғариза артынан ғариза, белешмә артынан белешмә яҙыла, әммә фәтүәһеҙ (ҡайһы бер ғаризалар Хызыровтарҙа әле булһа ла һаҡлана). 1997 йылда Нәсибулла ѳсѳн ғаиләһенә дәүләт тарафынан аҡсалата компенсация түләнә.
Атаһы ниндәй - уланы шундай. Булат та атаһы кеүек үк намыҫлы, ғәййәр, оло йѳрәкле булып буй еткерә. Дәртле, фиҙаҡәр егетте Абҙаҡ ауылының комсомол ойошмаһына секретарь итеп тәғәйенләйҙәр. Үҙе кеүек әүҙем, һәр сараның уртаһында ҡайнаған Хәлимә һылыу менән ѳйләнешеп, бик матур тормош ҡора улар. Бар яҡлап та ѳлгѳлѳ, татыу ғаиләлә бер-бер артлы Фәриҙә, Ғаяз, Дауыт, Дилә, Йәлил исемле аҡыллы, тәҡүә балалар донъяға килә.
- Иптәшем һѳнәре буйынса математика уҡытыусыһы ине. Белорет педучилищеһын, Магнитогорск ҡалаһында педагогия институтын тамамлап, ғүмеренең ахырынаса Абҙаҡ мәктәбендә хеҙмәт йѳгѳн тартты. Эш рәтен белгәнгәлер инде, үҙен завуч та, директор ҙа итеп ҡуйҙылар. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, һуңғы йылдарҙа мәктәптә хәрби етәксе вазифаһын башҡарҙы. Ана шул балаларҙы Белоретҡа хәрби комиссариатҡа алып китергә сыҡҡанда, вахта автобусының двигателе геүләүен ишетеп, зыярат үрен йүгереп менгән ул. Хәлдән тайып автобусҡа инеп ултырған да, йѳрәген тотоп, хәрәкәтһеҙ ҡалған... - тип үткәндәрҙе барлай Хәлимә апай.
Үгәй улын бер ваҡытта ла ҡыйырһытмаған, балаларын үҙ ейән-ейәнсәрҙәре кеүек яратҡан Самат Хызыровтың күңелен уйлап, Булат уның фамилияһын алыштырырға ҡыймай...
- Хызыров булып йѳрѳһәк тә, Сермәндә йәшәгән туғандарыбыҙ - Харрасовтар менән бик йылы мѳнәсәбәттәбеҙ. Әленән-әле ҡунаҡҡа саҡырышып, аралашып торабыҙ. Нәсибулла ҡайнымды ла оло ихтирам, ғорурлыҡ менән иҫкә ала зат-зәүере. Ҡустыһы Зәйнулла Харрасов уның ѳсѳн йѳрәге янып, “Арыш баҫыуында үҫкән алтын башлы бойҙай башағы ине бит ул” тип йыш ҡына илар булған... Кем белә, бәлки, яҡын киләсәктә ейәндәребеҙ Харрасов фамилияһына ла күсер...
Ҡәйнәһе Фатима менән дә Хәлимә Әхмәт ҡыҙы бик татыу йәшәгәндәр. Уҡый-яҙа белмәһә лә, Фатима Камали ҡыҙы һәләк сос, егәрле, заманына күрә алдынғы ҡарашлы булған.
- Ҡәйнәм дә, Самат ҡайным да бик яҡшы кешеләр ине. Олоғайғансы кәртә тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫранылар. Уларҙы иҫләһәң, эй, ҡыҙыҡ инде. Ҡәйнәм, ҡарты ҡыҙғанғанға, ҡунаҡ-маҙарға биҙәнеп-тѳҙәнеп йѳрѳмәһә лә, бесәнгә ѳр-яңы күлдәктәрен кейеп, матур алъяпҡыстарын тағып, байрамға барған кеүек китер ине. Үҙе ифрат уңған, эшкә шәп булды - 80 йәшендә лә ҡолас ташлап бесән сапты. Тау битләүендә үҫкән ҡаты үләнде ҡырып тигәндәй һалып ҡуя торғайны! Бабай әбей күрмәгәндә - атҡа, әбей бабай күрмәгәндә һыйырға мул итеп бесән ырғытыр ине... 53 йыл бергә йәшәп, алтын туйҙарын үткәреп, һис рәнйешһеҙ, үпкәһеҙ китте улар был донъянан...
Күпме йәбер, эт ыҙаһын күреп, юҡҡа сыҡҡан ерҙән яңынан баш ҡалҡытып, Нәсибулла Харрасовтың нәҫеле йәшәй әле... Шѳкѳр, золом ҡорбаны булып, исеме нахаҡҡа тапланһа ла, уның эшен дауам итер, дан атын ғорурлыҡ менән телгә алыр зат-зәүере, Булатының тоҡомо бар...
Читайте нас: