Өй шарттарында бейеклеге 60 см ҙан дә бейек булмай. Сәскәне көнсығыш йәки көнбайыш яғындағы тәҙрә төбөнә ултырталар. Сәскә + 20 ...+ 25 градус йылылыҡта үҫергә ярата. Ҡыш ял итеү ваҡытында +12...+18 градус һалҡынлыҡ булырға тейеш. Сәскә һыу ҡойғанды бик ярата. Тупраҡ кибергә тейеш түгел. Бик матур сәскә булыуға ҡарамаҫтан катарантус ағыулы үҫемлек. Балалар булған өйҙә ҡул етмәҫлек ергә ултыртырға кәрәк. Катарантус сәскәһе аҡ, ҡыҙыл, алһыу төҫтә була.