Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Апрель 2020, 21:40

Юлын табабыҙ!

Хәрәкәттәребеҙ сикләнгәндә лә күңел ептәребеҙ өҙөлмәй.Интернет селтәренән ил яңылыҡтары менән даими танышып торабыҙ. Тере аралашыуҙан ваҡытлыса айырылһаҡ та әмәлен уйлап сығарҙыҡ әле. Үҙ-арабыҙҙа булдырған төркөмдә яңы ижад ителгән әҫәрҙәребеҙҙе уҡып кинәндек.

Ҡәләмдәштәребеҙҙең хәл-әхүәлдәренең көр икәненә инандыҡ, кәңәш-тәжрибәләребеҙ менән ихлас бүлештек.
Төшөнкөлөккә һис кенә лә бирелмәйбеҙ. Яҙышырға, ижадыбыҙҙы барларға ла өлгөрәбеҙ. Был сикләүҙәрҙең ваҡытлыса булыуын тоябыҙ. Һынауҙарҙы лайыҡлы үтеребеҙгә ышанабыҙ. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ белдек. Наҙлы елдәр яратыуына, ҡоштар моңона һыуһағаныбыҙҙа ер йылыһына мохтажлығыбыҙҙы аңланыҡ. Атлап барған ыңғайы Ер-әсәбеҙгә төкөрөргә, ағын йылғаларға сүп-сар ташларға, йәм бөрккән ағас-ҡыуаҡтарҙы һындырырға, ут күршеләребеҙҙе йәберләргә ярамағанлығын аңланыҡ...
Ожмахҡа тиң был фани донъяларҙа берҙәмлек, татыулыҡта йәшәйек әле, милләттәштәрем, ҡолас ташлап ижад итәйек! Әйтә алһасы... Әлморон сәскәләрен Һаҡлайҙар энәләре. Һары тун бәпкәләрен Ҡаҡмайҙар инәләре. Түҙеп булмай сәнскәндә Ҡорттоң үткер ҡаяуы. Ҡаната терпе уғы Шымсы төлкө танауын. Ҡабартып ҡуя бесәй ҙә, Эт осраһа, йөндәрен. Тейеп алһаң ҡандала - Бөркә еҫтең зәһәрен. Тырыша шулай һәр зат Үҙен-үҙе һаҡларға. Һут эсәм тип, ҡайынға Ниңә балта сабырға? Мәргәнмен, тип маһайып, Ҡошто ниңә атырға? Ялан күрке - сәскәне Кемдәр ҡуша өҙөргә? Емеш өсөн ағасты Әҙер күптәр йығырға. Яманлыҡтан тейешме Кемдер килеп тыйырға? Тәбиғәттең бар йәме - Сәскә, ҡошо, ағасы: “Теймә миңә, әҙәмем!” - Тиеп әйтә алһасы...
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.
Читайте нас: