Булкаларҙы буйлатып уртаға ҡырҡҡас (тик икегә бүленмәҫкә тейеш), кетчуп яғабыҙ ҙа эсенә сосиска һалабыҙ, тоҙло ҡыярҙы һәм помидорҙы түңәрәкләп киҫеп, сосисканың бер яғына - ҡыяр, икенсе яғына помидор киҫәктәрен теҙәбеҙ. Хот-дог өҫтөнә майонез, гәрсис һөртәбеҙ, ваҡ ҡырғыста ҡырылған сыр һибәбеҙ. Микротулҡынлы мейестә йә ҡыҙҙырылған духовкала сыр ирегәнсе тотоп алырға. Әҙер хот-догтың өҫтөн ваҡлап туралған укроп менән биҙәргә була.