- Үҙизоляция режимы мәлендә өйҙә ултырыу мөһим. Ләкин ҡурҡыныс киҙеү тип, тормош туҡтап ҡалмай - сабыйҙар тыуа, операциялар үтә, үкенескә ҡаршы, фажиғәләр ҙә аҙым һайын... Шуның өсөн әлеге шарттарҙа кеше сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡты икеләтә арттырып, донорҙарҙың һанын кәметмәҫкә тырышабыҙ, - ти филиал мөдире Рәүф Әкрәм улы Ҡәләмов. - Күп осраҡта даими рәүештә ҡан тапшырған, һыналғандарҙы үҙебеҙ саҡыртып алабыҙ - шөкөр, баш тартыусылар юҡ.
...Ишек төбөнән үк ҡулдарҙы дезинфекциялаусы сара менән эшкәрттереп, битлек, башлыҡ кейҙереп, тән температураһын үлсәп ҡаршылайҙар бында. Кемдер анализ тапшыра, кемдер анкета тултыра, ә бәғзеләре татлы сәй эсеп, сабыр ғына үҙ сиратын көтә... Дүшәмбенән кесаҙнаға (апрель айында - йома көндө лә) тиклем иртәнге 8-ҙән 12.00 сәғәткәсә ҡан тапшырыу хеҙмәтенән кеше өҙөлмәй тиерлек. Килеүселәр өсөн төп шарт - 18 йәшкә етеү, ВИЧ, СПИД, вируслы гепатит, туберкулез, сифилис, яман шеш һәм башҡа сирҙәр менән ауырымау, гемоглобин кимәленең нормаға ярашлылығы (ҡатын-ҡыҙҙарҙа кәмендә - 120, ир-атта - 130). Бынан тыш, донор булырға ниәт ҡылғандар ҡан бирер алдынан майлы, әсе ризыҡтарҙан, иҫерткес эсемлектәрҙән, бер сәғәткә булһа ла тәмәке тартыуҙан да тыйылып торорға тейеш.
- Ҡан донорҙары 2 өҫтәмә ял көнөнә, төшкө аш йәки 489 һум күләмендә компенсацияға, 40 тапҡыр ҡан тапшырып, “Рәсәйҙең почетлы доноры” тигән күкрәк значогына һәм йылына бер бирелгән аҡсалата түләүгә (авт. быйыл ул 15 мең һум тирәһе тәшкил иткән) хоҡуҡлы. Донорлыҡтың һаулыҡ өсөн дә файҙалы булыуы билдәле - ҡан яңыра, иммунитет нығына, организмда йәшәреү процестары әүҙемләшә. Йәнә шул: даими рәүештә анализдар тапшырғас, теге йәки был ауырыуҙы ваҡытында асыҡлау мөмкинлегенә лә эйәһең, - тип был дан ниәттең өҫтөнлөктәрен һанап сыҡты филиал мөдире.
Әйткәндәй, бында эшләүселәр араһында “Почетлы донор” исемен йөрөтөүселәр байтаҡ икән. Шуларҙың береһе - шәфҡәт туташы Зөлфиә Әҙелмырҙина, мәҫәлән, 20 йылдан ашыу ҡан тапшыра. Тормош иптәше Илһам Ислам улы ла был эштән ситен түгел.
- Бер тапҡыр донор булып, ике кешенең ғүмерен ҡотҡарырға мөмкин. Сөнки алынған ҡан ике компонентҡа - плазмаға һәм эритроциттарға бүленә. Плазма иһә туңдырылған хәлдә өс йыл һаҡлана, - ти үҙ хеҙмәтенән йәм, күңел ҡәнәғәтлеге тапҡан Зөлфиә ханым.
Донорҙар араһында йәштәрҙең булыуы ла һоҡландырҙы. Металлургия колледжының V курс студенты Артем Дмитриев ҡан тапшырырға өсөнсө тапҡыр килгән. “Маҡсатым - мохтаждарға ярҙам итеү, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу”, - ти мәрхәмәтле егет тыйнаҡ ҡына. Беренсегә донор булған Марина Проскура ла йәш кешенең һүҙҙәрен ҡеүәтләне.
ПКФ “Бином” яуаплылығы сикләнгән ойошма хужаһы Эдуард Яханов иһә үҙе менән медицина колледжында уҡыған ҡыҙын да алып килгән. Йөрәк ҡушыуы буйынса теүәл өс тиҫтә йыл изге ғәмәлде атҡарған ир аҫылы шулай уҡ ҡулы аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәренә лә үрнәк булып тора.
Киҙеүгә ҡарамай, Учалы ҡалаһынан килеп еткән даими донорҙар - Миләүшә һәм Олег Горайҙар ҙа ҡан тапшырыуҙы үҙҙәренең гражданлыҡ бурысы итеп һанай. “Беҙ биргән ҡан кемделер аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә икән, тимәк, беҙҙән дә бәхетле кеше юҡ”, - ти ғаилә пары ихлас күңелдән.
Хәйер, ысынлап та, әле генә һинең тамырҙарың буйлап аҡҡан ҡандың үлем менән яғалашҡан ерҙәшеңә йәшәү көсө биреүе - кешелектең мөғжизәгә тиң иң гуманлы, мәрхәмәтле ҡылығы түгелме ни?..